Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Ноябрь 2020, 12:30

Баймаҡ фермерҙары шәп!

Йыл аҙағына тиклем районда тағы ла ике яңы производство файҙаланыуға тапшырыласаҡ : Һаҡмарҙа фермер Илфат Сәфәрғәлиндың ит эшкәртеү цехы һәм Баймаҡта крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фирҙәүес Хәлимовтың хәләл мал һуйыу цехы һәм иттән ярымфабрикаттар сығарыу производствоһы. Бөгөн был йүнәлештәрҙә эш әүҙем бара. Фирҙәүес Хәлимов был производствоға 22,3 млн һум инвестиция һалырға ниәтләй.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр итә:
Һуңғы йылдарҙа районда фермер хужалыҡтарының артыуы һәм ошо нигеҙҙә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса цехтарҙың әүҙем асылыуы, уңышлы эшләүе ҡыуандыра. Һөт, ит эшкәртеү, ҡымыҙ етештереү, һалма йәйеү һәм башҡа бәләкәй производстволарҙың файҙаланыуға тапшырылыуы күҙәтелә. Быйыл райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә федераль һәм республика бюджеттарынан 115 млн һум ярҙам бүленде.
Быйыл төрлө программалар буйынса 4 фермер хужалығы гранттар алып һөйөндө. Әйткәндәй, ике йыл эсендә “Башҡортостан Республикаһында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы буйынса райондың 10 кооперативы дәүләт ярҙамы алды. Шуларҙан “Иген-тау”, “Бай”, “Ялантау”, “Яковлевка”, “Буранбай” кооператив тары уңышлы эшләй.
Йыл аҙағына тиклем районда тағы ла ике яңы производство файҙаланыуға тапшырыласаҡ : Һаҡмарҙа фермер Илфат Сәфәрғәлиндың ит эшкәртеү цехы һәм Баймаҡта крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фирҙәүес Хәлимовтың хәләл мал һуйыу цехы һәм иттән ярымфабрикаттар сығарыу производствоһы. Бөгөн был йүнәлештәрҙә эш әүҙем бара. Фирҙәүес Хәлимов был производствоға 22,3 млн һум инвестиция һалырға ниәтләй.
Бынан тыш, райондың төрлө ауылдарында, атап әйткәндә, Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай, Түбәнге Яйыҡбай, Абдрахман, Иҫәнбәт һәм башҡа төбәктәрҙә бишбармаҡ, һалма етештереү цехтары табышлы эшләй, халыҡты сифатлы продукцияһы менән ҡыуандыра. Икмәк бешереү производстволары Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары, Баймаҡ районы халҡын икмәк изделиелары менән тәьмин итә.