Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Август 2020, 20:25

АТАЙ ЮЛЫНАН...

Мәҫәлән, яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы бик юғары. Яҙғы сәсеү, көҙгө урып-йыйыуҙа ғына фермерҙарға байтаҡ сығымдар түгергә тура килә. Ярай уңыш мул булып, сығымдар ҡапланһа... Күп осраҡта, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында йыл һайын ҡабатланып килгән ҡоролоҡ ауыл хужалығы аграрийҙарын һынап, үҙ эҙемтәһен һалмай ҡалмай. Быйыл да күп хужалыҡтарҙа көҙгө байлыҡ мул түгел. Икенсенән, йыйып алынған уңышты ла тейешле хаҡҡа һатып буламы, юҡмы—уныһы ла ярайһы киҫкен мәсьәләләрҙең береһенә әйләнә. Сөнки баҙар шарттары хөкөм һөргәндә юғарынан ашлыҡҡа хаҡтар билдәләнә, уныһы ла көнө килеп еткәс кенә иғлан ителә. Шуға күрә игенгә хаҡтың күпме икәнлеген дә белмәй элеваторға тапшырған Рәшит Яхин улы ла.

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән төбәк булараҡ, Баймаҡ районы аграрийҙары урып-йыйыу кампанияһын уңышлы башлап ебәрҙе. Төбәктә тәүгеләрҙән булып Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Б.Ф. Миңлебаев”, “Тарасовтар”, “Рәшит Яхин” хужалыҡтары иген
һәм техник культуралар сабыуға һәм урып-һуғыуға төштө.
Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов белдереүенсә, әле район баҫыуҙарында 2700 гектарҙа бойҙай, 2000-ҙа—һоло, 1200-ҙа—арпа, 175 гектар майҙанда борсаҡ урып-йыйылған. Гектар ҡеүәте—яҡынса 8 центнер.
Ҡасандыр данлы игенселәр иле—“Йылайыр” иген фабрикаһын тәшкил иткән ялан зонаһы игенселәренең эше менән яҡындан танышыу маҡсатында райондың баш агрономы Нәжип Ишбулды улы менән ошо тарафтарға юл алдыҡ. Республикала данлы үткәне, эшһөйәр халҡы, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, йөҙҙәрсә тонна иген үҫ-тереүе менән генә түгел, ошо төбәктә ауыл хужалығы тармағында яҡты эҙ ҡалдырған, күкрәктәрендә “Алтын йондоҙ” балҡыған данлыҡлы игенселәр—Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Василий Солонин, Әғләм Нәҡиев һәм Риза Яхин кеүек ялан батырҙары менән дә киң танылыу тапҡан Йылайыр төбәге.
Социалистик Хеҙмәт Геройы, ике Ленин ордены кавалеры Риза Яхиндың улы Рәшит Яхин атаһының юлын лайыҡлы дауам итеп, бөгөн районда танылған игенселәрҙең береһе, ысын ер хужаһы һәм крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. 2008 йылдан фермерлыҡ эшен булдырған эшҡыуар бөгөн үҫемлекселек буйынса махсуслашҡан. Ул быйыл 658 гектар майҙанда иген культуралары сәскән, уның күбеһен йомшаҡ сортлы бойҙай тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа күп фермерҙар техник культуралар сәсеүгә өҫтөнлөк бирһә, Сос-
новка фермеры игенсе асылына хыянат итмәй, иген культуралары сәсеүен дауам итә. Һәм отолмай ҙа. Сөнки тап дала зонаһында ғына бойҙайҙың ҡаты һәм йомшаҡ сорттарынан юғары уңыш үҫтереп алырға мөмкин. Һатыуҙа ла уның хаҡы юғары.
—Көндәрҙең ике ай дауамында ҡоро һәм аяуһыҙ эҫе тороуына ҡарамаҫтан, уңыш ҡыуандырҙы. Мин башаҡтар бөтөнләй буш булыр тип көйөнгәйнем, әле күреүегеҙсә, иген туҡ, бешкән. 10 гектар майҙандағы һоло баҫыуын йыйып алдыҡ, әле комбайндар бойҙай баҫыуына төштө. Гектар ҡеүәте ла яҡшы, быйылғы йылда урыны менән 8 һәм 10 центнер тәшкил итә. Әле генә Иршат улым беренсе уңышты Сибай ҡалаһының “СИТНО” элеваторына алып барҙы, тәүге 19 тонна иген тапшырылды,—тип ҡәнәғәт йылмая хужалыҡ етәксеһе Рәшит Риза улы.
Ысынлап та, елгә тулҡынланған иген баҫыуында дүрт “иген карабы” йөҙә. Комбайн штурвалы артында әңгәмәсемдең бер туған ҡустылары—Ришат һәм Илфат Яхиндар, Илшат Әхмәров, Рәлиф Ҡарамырҙин. Иген ташыуҙа Рәшит Яхиндың улы Иршат менән апаһының улы Ғайса Ғәйетбаев ярҙамлаша. Әйткәндәй, 1977 йылда сыҡҡан, ҡасандыр Риза Яхин үҙе йөрөткән “Нива СК 5” комбайны бөгөн дә үҙ бурысын теүәл үтәй. “Атайым йөрөткән комбайн беҙгә үтә ҡәҙерле, шул уҡ ваҡытта уның һәр йыл урып-йыйыу кампанияһында тәүгеләрҙән булып бураҙнаға төшөүе—ниндәйҙер бер символикаға ла эйә. Һәр беребеҙ атай йөрөткән “иген карабы”на ҡарап, ул ваҡыттарҙы хәтерләп алырға яратабыҙ. Икенсенән, совет осорондағы техниканың ҡеүәте лә шәп, запчасть табыуы ла еңелгә тура килә. Кәрәк икән, тиҙ арала бергәләшеп йүнәтеп тә ҡуябыҙ”,—ти әңгәмәсем.
Булдыҡлы—уңыр, булдыҡһыҙ—туңыр, тиҙәр. Әммә бөгөн булдыҡлыға ла еңелдән түгел. Мәҫәлән, яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы бик юғары. Яҙғы сәсеү, көҙгө урып-йыйыуҙа ғына фермерҙарға байтаҡ сығымдар түгергә тура килә. Ярай уңыш мул булып, сығымдар ҡапланһа... Күп осраҡта, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында йыл һайын ҡабатланып килгән ҡоролоҡ ауыл хужалығы аграрийҙарын һынап, үҙ эҙемтәһен һалмай ҡалмай. Быйыл да күп хужалыҡтарҙа көҙгө байлыҡ мул түгел. Икенсенән, йыйып алынған уңышты ла тейешле хаҡҡа һатып буламы, юҡмы—уныһы ла ярайһы киҫкен мәсьәләләрҙең береһенә әйләнә. Сөнки баҙар шарттары хөкөм һөргәндә юғарынан ашлыҡҡа хаҡтар билдәләнә, уныһы ла көнө килеп еткәс кенә иғлан ителә. Шуға күрә игенгә хаҡтың күпме икәнлеген дә белмәй элеваторға тапшырған Рәшит Яхин улы ла.
—Йыл һайын Сибай ҡалаһындағы “СИТНО” элеваторына иген тапшырам, тәүҙәрәк хаҡын һуңлатып түләһәләр, йылдан-йыл хәл яҡшыра бара. Арзан ала алыуға, тик башҡа ергә илтеп тапшырыуға ҡарағанда, юлға киткән сығымдарҙы иҫәпләгәндә, хаҡы шул уҡ килеп сыға. Әгәр көндәр аяҙ тороп, техника боҙолмай эшләһә, көнөнә ике-өс рейс һуғырға була. Кемдер игендең тоннаһын юғары хаҡ менән һатып ала, тип Ырымбур өлкәһенә лә ташый, әммә унда көнөнә бер рейс ҡына яһарға мөмкин.
Йәнә мине борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе—ауыл хужалығы тармағына йәштәрҙең килмәүе. Оҙаҡ йылдар эшләгән механизаторҙарҙы, тәжрибәле белгестәрҙе кем алмаштырыр? Шулай уҡ техника һатып алыу бу-
йынса ла хәл итәһе проблемалар юҡ түгел. Бөгөн күберәк сит илдә сығарылған техникаға һорау күп, әммә уларға запчасть табыуы бигерәк тә ауыр. Булһа ла үтә ныҡ ҡиммәтле. Шуға күрә мин үҙебеҙҙә сыҡҡан техникаға өҫтөнлөк бирәм, кәрәк-яраҡтарын да Варна, Орск ҡалаларынан барып алып ҡайтам. Унда беҙҙең республикаға ҡарағанда шаҡтай арзан, магазин хужалары һинән бер нәмә һорамайынса, кредитҡа ла биреп ебәрә. Мәҫәлән, әллә күпме миллионға сит илдә етештерелгән комбайн һатып алып, уны мин бер аҙ эшләтеп, ун бер айын “үле тауар” итеп ултыртып ҡуяйыммы? Дөрөҫ, унда бар уңайлыҡтар булдырылған, үҙҙәре әйтмешләй, йырлап эшләргә мөмкин, әммә был техника беҙҙең баҫыуҙар өсөн тәғәйенләнмәгән. Уңдырышлы тупраҡҡа алтын орлоҡ сәсһәң дә, унан юғары уңыш алып булмай. Бында һәр саҡ тәбиғәт шарттарының нисек килеүен дә оноторға ярамай. Шуға күрә мин күптәр кеүек яңылыҡҡа ынтылам, тип элекке традицияларға, атайым өйрәткәндәренә хыянат итмәйем, ергә ни тиклем иғтибарлы булғанда ғына уңыш та һөйөндөрә, бураларың да тулы була,—ти тәжрибәле игенсе.
Ялан батырҙары аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланырға тырышып, алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Көнөнә ике тапҡыр ашатыу ойошторола, уны фермерҙың ҡатыны Миңзифа Мөрит ҡыҙы әҙерләп ебәрә. Рәшит Риза улы пайсыларының теләктәренә ҡарап бесәнләтә йәки ашлыҡлата йыл һайын тарата, эшселәренә хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, кәрәк икән ашлыҡтарын да ала.
Орлоҡҡа һәм һатыуға әҙерләнгән игендең сифатын һаҡлау өсөн алдан барлыҡ хәстәрлектәр күрелгән. Орлоҡҡа тип ҡалдырылған иген шул көйө келәткә тура оҙатыла, ырҙын табағында геройҙың йәнә бер улы—Рәшит Яхиндың бер туған ҡустыһы Зөфәр Яхин эшләй. Бында ул баҫыуҙан килтерелгән ашлыҡты елгәреү, киптереү, орлоҡҡа бүлеү менән шөғөлләнә. Быйыл фермер иген сәсеүлектәренә минераль ашламалар индергән, ярҙамы ҙур, ашлама индерелгән баҫыуҙар мул уңыш биргән. Хаҡы юғары булһа ла киләсәктә ашламалар индереүҙе яйға һалырға уйы бар фермерҙың, был маҡсатта өр-яңы һиптереү агрегаты һатып алған.
... Ҡасандыр 70-се йылдар башында башланғыс кластарҙа ғына уҡыған малайҙың атаһына төшкө аш килтереп, ул ял иткән ваҡытта комбайны штурвалы артына ултырып, артабан һәр йыл һайын уның менән бергәләшеп урып-йыйыуҙа ҡатнашҡан Рәшит Яхин бөгөн хеҙмәт геройының лайыҡлы улы булыуы менән сикһеҙ ғорурлана. “Иген үҫтереүҙән башҡаса мин бер ниндәй ҙә һөнәр белмәйем”,—тип әйтеүендә лә уның йөҙөндә ғорурлыҡ балҡый. “Ауырмы фермер булыуы?,—тигән һорауыма Рәшит Яхин һис уйлап тормаҫтан: “Еңелдән түгел”,—тип яуапланы. Әммә уның кеүек бар тәбиғәтенә игенсе хеҙмәтенә мөхәббәт һәм ихтирам һалынған икән, ундайҙарға фермерлыҡ эше ят түгел, киреһенсә, яҡын һәм ҡәҙерле. Әйткәндәй, ғаиләһендә лә бәхетле ир-уҙаман. Тормош иптәше Миңзифа Мөрит ҡыҙы менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн хәстәрлекле олатай ҙа ул. Тормоштарына йәм һәм биҙәк өҫтәп Шакира исемле матур ейәнсәрҙәре үҫә.
Бар ғүмерен тыуған еренә, донъялағы иң изге һөнәр—икмәк үҫтереүгә арнаған, ҡасандыр гөрләп эшләгән Ленин орденлы “Йылайыр” совхозының ғына түгел, райондың ауыл хужалығы тармағына ҙур өлөш индергән, данлы игенселәр династияһын лайыҡлы дауам иткән ысын ер кешеһе Рәшит Яхин ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Алтмыш йәшлек ғүмер үренә баҫҡан ирҙең алты йәшенән атаһының алтын йондоҙонан һибелгән нур үҙенең дә тормош юлында, эшендә һәм күңелендә оҙаҡ йылдар сағыу балҡыуын дауам итә һәм киләсәктә лә балҡыясаҡ. Бигерәк тә герой улдары берҙәм һәм бергә булғанда...