Республика аграрийҙары әлеге көндә 1 миллион 9 мең тонна сенаж һалған, был кәрәкле күләмдең 67 процентын тәшкил итә. Уҙған йыл был мәлдә был һан 678 мең тоннаны күрһәткән. Шулай уҡ 609 мең тонна бесән әҙерләнгән, ул пландың--80 проценты. Дөйөм алғанда, шартлы мал башына 14,3 центрнер аҙыҡ берәмеге тура килә.
Шуны ла әйтергә кәрәк: кәрәкле бесән күләме менән республиканың 9 районы, сенаж менән 2 район үҙен тулыһынса тәьмин иткән дә инде.
Фото интернеттан.