АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Июнь 2020, 17:20

ЭХ, ТӘМЛЕ БИТ ҠОМАЛАҠ ИКМӘГЕ!

Иртәнге сәғәт 9-ҙа, көндөҙгө 12-лә ашхана янында халыҡтың "мәж" килеүен күрергә була: ул йәйәүлеһе, ул машина, ул велосипед менән килгәне... Сөнки нәҡ ошо мәлдә хуш еҫле ҡомалаҡ икмәге әҙер була!

Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы Баймаҡ районында ғына түгел, республикала ла үҙен алдынғы хужалыҡ булараҡ танытҡан. Илдең күп төбәктәрендә колхоз-совхоздар тарҡалып бөткән осорҙа хужалыҡтың һаҡланып ҡалып, халҡын эшле лә, ашлы ла итеүе бик ҙур иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ! Был - кооператив етәксеһе Сәлимов Ғәлим Булат улының тынғыһыҙ хеҙмәт емеше. Үҙ эшенең оҫта белгесе, яҡшы ойоштороусы, талапсан етәксе булараҡ беләләр уны районда ла.
Бөгөн яҙасаҡ һүҙем--ауыл хужалығы ашханаһы янында эшләп килган икмәк бешереү бүлеге тураһында.
Бына күп кенә йылдар дауамында Таулыкай ауылы ашханаһында икмәк бешереп һатыуға сығарыу эше уңышлы ғына ойошторолоп килә.
Иртәнге сәғәт 9-ҙа, көндөҙгө 12-лә ашхана янында халыҡтың "мәж" килеүен күрергә була: ул йәйәүлеһе, ул машина, ул велосипед менән килгәне... Сөнки нәҡ ошо мәлдә хуш еҫле ҡомалаҡ икмәге әҙер була!
Бик ҙур һорау менан һатылынған икмәктең бешерелеү сере менән дә ҡыҙыҡһындым. Икмәк бешереү оҫталары Танһылыу Таңғатар ҡыҙы һәм Зәлифә Сөнғәт ҡыҙы бик ихлас яуап бирҙе.
--Икмәкте беҙ ҡомалаҡтан һәм үҙебеҙҙең ауылда етештерелгән тирмән ононан әҙерләйбеҙ. Кискеһен килеп болғайбыҙ, баҫабыҙ һәм иртәнге 6 тирәһендә килеп, табаларға һалып, бешереүгә ҡуябыҙ. Әпәкәй тәмле булһын тиһәң, тырышлыҡ ҡына етмәй, уға күңел йылыңды бирергә кәрәк,--тип йылмайҙы икмәк бешереү оҫталары.
Көнөнә бында 150-гә яҡын икмәк бешерелә! Әйтеүе генә анһат, ул күпме көс, яуаплылыҡ талап итә. Әҙер, йылы әпәкәйҙәр баҫыу эшселәренә, һауынсыларға оҙатыла, шулай уҡ ауыл халҡына һатыуға ла етә. "Алайҙа ғына колхоз икмәк бешерә" -- тип һөйөнә ауыл инәйҙәре. Улай ғына ла түгел, күрше Сыңғыҙ, Буранбай, Бикеш ауылы халҡы ла Таулыҡай икмәген яратып ала. Экологик яҡтан таҙа, һаулыҡ өсөн файҙалы ҡомалаҡ икмәгенән кем баш тартһын?!
Шәхсән үҙем дә бер ҡайҙа ҡунаҡҡа барыр булһам, мотлаҡ колхоз икмәген күстәнәскә алам. Яҡындарым белеп тә бөткән, шуны көтөп кенә торғандай.
Хуш еҫле, тәмле ла, туҡлыҡлы ла икмәк менән ауылдаштарын ҡыуандырған мөләйем, һәр килгән кешене йылмайып ҡаршы алған, матур мөғәмәлә булған ашхана хеҙмәткәрҙәре Зәлифә Исхаҡоваға, Танһылыу Ҡотосоваға, Миңзәлә Ишалинаға, Гөлиә Солтановаға, Ләйсән Ишкининаға, тирмән етәксеһе Йәмил Үҙәнбаевҡа, баҫыу эшсәндәренә ҙур рәхмәтлебеҙ!
Артабанғы изге эштәрендә уңыштар ғына теләйбеҙ. Халыҡтың рәхмәте һеҙгә ҡыуаныс булып ҡайтһын!
Альбина Байегетова.
Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы.