Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Апрель 2020, 15:15

Хәйбуллалар тырматыуға төштө

Хәйбулла районы аграрийҙары баҫыуҙа дым ҡаплауға, йәғни ерҙе тырматыуға төштө. Төбәктә тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәрен “Таналыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе—Н.Фунтиков) хеҙмәтсәндәре башланы.

Хәйбулла районы аграрийҙары баҫыуҙа дым ҡаплауға, йәғни ерҙе тырматыуға төштө. Төбәктә тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәрен “Таналыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе—Н.Фунтиков) хеҙмәтсәндәре башланы. Улар, һәр ваҡыттағыса, эшкә тулы әҙерлек менән тотондо: техника төҙөк, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ етәрлек. “Иң мөһиме—көндәр яҡшы торһон”,—ти ялан батырҙары. Көндәр бер аҙ йылыныу менән ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре баҫыуға тәүге бураҙналар һаласаҡ.
Башҡа йылдарға ҡарағанда быйыл районда ҡарҙың күп яуыуы сәбәпле, ерҙә дымдың булыуы ауыл эшсәндәрендә бер аҙ өмөт уятты. Шунлыҡтан ерҙе яратыусылар бөгөндән үк баҫыуға сығырға әҙер, дым булғанда тупраҡҡа орлоҡ һалып ҡалырға ашыға улар.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Вил Рәхмәтов әйтеүенсә, район хужалыҡтары һәм фермерҙар яҙғы сәсеү кампанияһына тулыһынса әҙер. Быйыл район аграрийҙарына 91 275 мең гектарҙа сәсеү эштәрен атҡарып сығыу планы тора. Шул иҫәптән иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культураларҙы 79720 гектар майҙанда сәсеү ҡаралған.
—Дөйөм алғанда, район буйынса 100 гектарҙа дым ҡапланған, көндәр йылыныу менән хужалыҡтар иртә сәселгән культураларҙан һаналған һоло сәсеүгә төшәсәк. Былтыр районда ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, һәр хужалыҡ үҙе орлоҡ запасы туплай алды. Әммә орлоҡ фондын яңыртыу буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Район буйынса бөтәһе 600 тонна элиталы иген культуралары орлоғо һатып алынды. Хужалыҡтар 75 процент яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителде.
Ауыл хужалығы культураларының уңышын күтәреүҙә, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуҙа ашламаларҙың да роле баһалап бөткөһөҙ. Был йәһәттән актив эш алып барыла, минераль ашламаларҙың хаҡтарының юғары булыуына ҡарамаҫтан, бөтәһе 400 тонна ашлама һатып алынды. Киләсәктә был һандың артыуы ла мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа фермерҙар етен, көнбағыш кеүек отошло һәм майлы культураларға өҫтөнлөк биреүсән. Быйыл 8600 гектарҙа ошо культураларға урын биреләсәк. Шулай уҡ район аграрийҙары мал аҙығы культуралары менән күп йыллыҡ үлән майҙандарын үткән йылға ҡарағанда бер аҙ арттырыуға өлгәште,—ти Вил Вәли улы.
Бер һүҙ менән әйткәндә, яҙғы бер көндөң йылды туйҙырыуын яҡшы аңлай Хәйбулла игенселәре. Шуға яҙғы баҫыу эштәрен ныҡлы әҙерлек менән ҡаршылай һәм уны тиҙ арала атҡарып сығыу бурысын ҡуя.
Хәнифә Игебаева.