Хәйбулла районының Подольск ауылы фермеры Виктор Власенко ауылда йәшәп, мал аҫрап етеш йәшәп булыуын иҫбатлай. Аныҡ маҡсатың, уға ынтылыш һәм, әлбиттә, дәүләт ярҙамы булһа, крәҫтиән хужалығы менән бәйләнергә мөмкин, ти фермер. Башта эшкә тотонғанында дәүләттән ҙур ярҙам алырына өмөт тә итмәй ул.
Республиканың ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, конкурс комиссияһында Хәйбулла фермеры ит алыу өсөн мал үрсетеү фермаһы төҙөү буйынса проектын уңышлы яҡлаған. Һөҙөмтәлә ғаиләһе менән хужалыҡ ойошторған Власенколар “Ғаилә менән мал үрсетеү фермаһын үҫтереү” программаһы буйынса 6 миллион һум грант отҡан. Проекттың дөйөм күләме 10 миллион һум тәшкил итә.
Виктор Власенко грант аҡсаһына ферма төҙөргә һәм мал һатып алырға иҫәп тота. Ошо көндәрҙә фермер Баҡалы районынан аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомло таналар алып ҡайтҡан. Таналарҙы аҫрау өсөн тиҙ арала 3 һарай төҙөргә ниәтләнә.
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығы белешмәләре буйынса 2012-2019 йылдарҙа “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә менән мал үрсетеү фермаһын үҫтереү”, “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын үҫтереү” грант программаларында 856 фермер хужалығы һәм 19 ауыл хужалығы кооперативы ҡатнашҡан. Улар дәүләттән 2 миллиард һумдан ашыу ярҙам алған. Был программалар барыһы ла Рәсәй Президенты В.В.Путиндың май указына ярашлы ғәмәлгә ингән “Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
#нацпроекты#миллипроекттар