“Агрокомплекс”та йыл да эре агрохолдингылар, ауыл хужалығының кесе һәм урта предприятиелары ҡатнаша. Сит илдәр үҙ экспозицияларын тәҡдим итә.
Юбилей күргәҙмәһенә ауыл хужалығы техникалары, ветеринария, малсылыҡ, үҫемлекселек һәм башҡа махсус йүнәлештәге технологиялар ҡуйыла, финанс, агростраховка йәһәтенән дә бүлектәр эшләй.
Шулай уҡ иң яҡшы техникаға, ҡоролмаға, заманса технологияны өйрәнеүгә, ауыл хужалығының яңы сорттарына, иң яҡшы продукцияға конкурстар үтә. Еңеүселәргә алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар бирелә. Урындағы фермерҙар тарафынан йәрминкә лә ойошторола.