Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы эксперттар менән берлектә умартасыларҙың берҙәм реестрын булдырыу өҫтөндә эшләй. Унда ауыл хужалығы предприятиеларының етәкселәре, умарта паспорттары, күстең килеү урыны, ваҡыты һәм башҡа мәғлүмәттәр индерелә. Шулай уҡ бал ҡорттарын пестицидтарҙан һаҡлау, профилактика эштәре алып барыу, умартасылыҡты үҫтереү һәм продукция һатыу йүнәлешендә эш алып барыласаҡ.
Әйткәндәй, бал етештереү буйынса Башҡортостан Республикаһы, Приморье һәм Алтай крайҙары алдынғылыҡты бирмәй. Әле Башҡортостан “Алимондия-2021” конгресына әҙерләнә. Унда бөтә донъя умартасылары ҡатнашасаҡ. Ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған сара “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” милли проекты сиктәрендә үтә.
#Экспорт#нацпроект