АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Февраль 2020, 18:55

Егет эшенән билдәле

Ситкә китеп эшләп ҡараусылар ҙа ваҡыт үтеү менән ауылға ҡайта. Иҫке Сибайҙан Уралбаев Фәнзил Фәнил улын да тыуған тупраҡ тартҡан, күрәһең.Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ситкә китеп эшләп ҡараусылар ҙа ваҡыт үтеү менән ауылға ҡайта. Иҫке Сибайҙан Уралбаев Фәнзил Фәнил улын да тыуған тупраҡ тартҡан, күрәһең. Сәмсел, дәрте ташып торған егет бөгөн ауылда ең һыҙғанып эшләй.
Сит тарафтарҙа эшләп йөрөгәндән һуң, йәш тәүәкәлл егет тыуған ауылына ҡайтып малсылыҡ тармағы менән булышырға ҡарар итә. Хәҙерге ваҡытта мал ишәйтеп, ҡымыҙ етештереп үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнә. Ғәҙәттә, йәштәр татлы хыялдар артынан ҡыуып, ҡалаға ашыға. Ә бына сығышы менән Һеңрән ауылынан булған Фәнзил Фәнил улы, киреһенсә, ауыл тормошон үҙ итә. Тик тыуған ауылында сәмләнеп донъя көтөрҙәй тиҫтерҙәренең һирәгәйә барыуы күңелен ҡыра.
Фәнзил Уралбаевтың шәхси хужалығында һыйыр малы, йылҡылары бар. Тәүәккәл егет уларҙың һанын арттырырға, ҡымыҙ етештереү өсөн яңы кәрәк-яраҡтар алырға ниәтләй. Әлегә ул табышты ит һатыуҙан ала. Яҡын киләсәктә ул һыйыр ағын да күпләп һатыуға сығарырға иҫәп тота.
Ауылда малсылыҡ тармағы менән шөғөлләнеү--иң килемле эш. Тик табыш алыр өсөн мал һанын арттырырға һәм еренә еткереп һимертергә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Фәнзилдең яңғыҙына ғына мал аҙығын әҙерләү, ҡышлатыуҙы уңышлы атҡарып сығыу мөмкин булмаҫ ине. Уға атаһы Фәнил Шәрифулла улы Уралбаев ярҙам итә. Киләсәктә улар бергәләшеп заманса ҙур ферма төҙөү теләге менән йәшәй.
Йәш егет район һәм республика конкурсында уҙғарылған конкурстарҙа гел алдынғы урындарҙы яулай. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында уҙғарылған йыл йомғаҡтарында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип табылды һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Фәнзил Фәнил улына артабан да яңы үрҙәр һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Әлиә Таҡаева.
Читайте нас: