Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Апрель 2019, 11:53

СӘСЕҮ ЕТӘ, БАҪЫУҘАР КӨТӘ...

Баймаҡ районының иң эре хужалыҡтарының береһе булған Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре яҙғы-баҫыу эштәрен ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Баш инженер Fәле Fиса улы Сәғәҙәтов әйтеүенсә, Таулыҡай бригадаһы техниканың, тырма-сәскестәрҙең күп өлөшөн көҙ үк ремонтлаған. Әле ваҡ-төйәк эштәрҙе «ослап» ҡуяһы ғына ҡалған. Ике К-700, бер Т-150, ике «Беларус» тракторҙары, өс иген тейәгес, өс тырма агрегаттары, сәскестәр бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер. Бер аҙнанан ялан батырҙары дым ҡаплауға төшөргә ниәтләй, ә һуңынан оҙаҡламай сәсеүгә тотонмаҡсылар.

Баймаҡ районының иң эре хужалыҡтарының береһе булған Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре яҙғы-баҫыу эштәрен ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Баш инженер Fәле Fиса улы Сәғәҙәтов әйтеүенсә, Таулыҡай бригадаһы техниканың, тырма-сәскестәрҙең күп өлөшөн көҙ үк ремонтлаған. Әле ваҡ-төйәк эштәрҙе «ослап» ҡуяһы ғына ҡалған. Ике К-700, бер Т-150, ике «Беларус» тракторҙары, өс иген тейәгес, өс тырма агрегаттары, сәскестәр бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер. Бер аҙнанан ялан батырҙары дым ҡаплауға төшөргә ниәтләй, ә һуңынан оҙаҡламай сәсеүгә тотонмаҡсылар. Хужалыҡ етәкселеге иретеп йәбештереүсе Илнур Ишкинин, Рәмил һәм Наил Солтановтарҙың эшенән ҡәнәғәт. Бында оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән ир-егеттәрҙең исемдәрен атап үтмәһәк яҙыҡ булыр. Мәҫәлән, Ишморат Ишбулды улы Хәсәновтың 50 йыл стажы бар. Тәжрибәле тракторсы хаҡлы ялға сыҡһа ла яратҡан шөғөлөн ташламаған. Ишморат ағайҙың атаһы ла бар ғүмерен ошо хужалыҡҡа арнаған кеше. Абруйлы хеҙмәт ветераны ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡырсылыҡ буйынса бригадир Азат Салауат улы Исхаҡовтың хужалыҡҡа килгәненә лә 44-се йыл киткән. Механизатор булараҡ эш башлаған ир-егет 25 йыл К-700 тракторын йөрөткән. 2002 йылда бригадир итеп ҡуйғастар, ҙур техниканы улы Наилға ышанып тапшырған. Ҡатыны Сәлимә Һатыбалды ҡыҙы 38 йыл быҙау ҡараусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Күреүегеҙсә, был төбәктә йәшәүсе һәр ғаиләнең яҙмышы туранан-тура данлыҡлы Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативына бәйле. Эшле булыу—үҙе бәхет, тигәндәй бар булмышы менән ер эшенә бирелгән лениндар эшле һәм ашлы булыуҙары менән бәхетле.
Альбина Таһирова.
Һүрәттә: Ленин исемендәге хужалыҡ уңғандары.