Республиканың аҙыҡ-түлек баҙарының күләме 350 миллиард һум тәшкил итә, әммә уның 170 миллиардҡа тиң өлөшө, йәғни яртыһынан аҙырағы ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Уныһы ла ҡулланыуға әҙер ризыҡтар түгел, башлыса сеймал. Радий Хәбиров белдереүенсә, ошо арҡала өҫтәмә хаҡ өлөшөнә тейеш бихисап табыш алынып етмәй.
– Беҙҙең агросәнәғәт комплексы өсөн иң көнүҙәк мәсьәлә – үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе яйға һалыу, – тине Башҡортостан етәксеһе Дәүләт Йыйылышына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә.
Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ауыл хужалығы тармағындағы банкротлыҡ проблемаһына ла туҡталды.
– Беҙ алдан уйлап еткермәү, ә ҡайһы берҙә юрамал, аҫтыртын ниәт менән тиҫтәләрсә ауыл хужалығы предприятиеларын, фермер хужалыҡтарын юғалтабыҙ. 20 йыл эсендә тармаҡ дүрт тапҡыр банкротлыҡ тулҡынын кисерҙе. Бәлки, ауыл иҡтисадын нығытҡандарҙы, ер кешеләрен эшле иткәндәрҙе бөлгөнлөккә төшөрөүҙән туҡтарға ваҡыттыр? Киләсәктә был йүнәлештәге эштәр аныҡ хоҡуҡи баһа менән нығытылырға тейеш һәм мин шуны талап итәсәкмен, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда “АПК лидерҙары” тип аталған программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Уның буйынса агробизнес өсөн заманса белгестәр әҙерләнәсәк, ауыл хужалығын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү камиллаштырыласаҡ. “Башта биш-алты аграр колледжда малсылыҡ фермалары, тәжрибә баҫыуҙары булдырасаҡбыҙ. Улар өсөн заманса техника һәм ҡорамадар һатып аласаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА тәржемәһе.