Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Ноябрь 2018, 11:58

Булдыҡлылар булдыра!

Хәйбулла районы Степной ауылында ысын мәғәнәһендә үҙ еренең хужаһы йәшәй. 2009 йылдың сентябрендә крәҫтиән-фермер хужалығы булдырған Владимир Алексеевич Рогалевтың бөгөнгөһөнә ҡарап һоҡланырға ғына мөмкин. Тырыш кешегә эш ҡарышмай шул!

Владимир һәм Альбина Рогалевтарҙың хужалығында 69 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнһә, шуның 34-е—һауын һыйыры. Улар өсөн йылы ҡуралар төҙөлгән, бар шарттар ҙа булдырылған. Һыйыр һауыу залдарына һөт һауыу аппараттары ҡуйылған. Аҡты ҡабул итеү пункты ла эшләп тора. Бөтә ерҙә лә таҙалыҡ һәм тәртип хакимлыҡ итә. Әйткәндәй, быйыл ғына Владимир Рогалев өр-яңы һөт ташыу машинаһы алған.
Хужалыҡта йылҡы малы ла бар. Уларҙың иҫәбе—66. Шулай уҡ 1076 гектар сәсеүлегендә иген культуралары һәм мал аҙығы үҫтерелә.
Булдыҡлы фермер «Ғаилә малсылыҡ фермаһы» программаһы сиктәрендә 4 миллион 200 мең һум субсидия алған. Ул был сумманы малсылыҡ фермаһын төҙөү һәм һөтсөлөк йүнәлешендә эре малды үрсетеү өсөн тотонорға ниәтләй.