АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Октябрь 2018, 17:29

Үрнәк булырлыҡ кооператив

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында урынлашҡан пакетҡа ҡойолған эсәр һөт, ҡатыҡ, ряженка, кефир, ҡаймаҡ һәм эремсек етештереүсе «Яковлевка» ҡулланыу-етештереү кооперативы—төбәктә уңышлы эшләп килгән ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Назаров Рауил Әхмәҙулла улы етәкләгән был хужалыҡ республиканың ауыл хужалығы ҡулланыу кооперацияһы өлкәһендә килемде үҫтереүгә ярҙам итеүсе уникаль программала ҡатнаша. Төбәк дәүләт учреждениеларын һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүсе төп предприятие.

Ул һөттө Баймаҡ районының «Мырҙаҡаев» (Ярат ауылы), «Ҡасҡынов» (Үрге Ғәҙелбай), «Мөхәмәтғәлеев» (Ниғәмәт), «Байегетов» (Ҡуянтау), «Рәсүлев» (Ишмырҙа), «Ишмуллин» (Татлыбай), «Тимербулатов» (Яңғаҙы) крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан, Урғаҙа ауылынан Әлмәнов Рөстәмдең шәхси хужалығынан, Йылайыр районының Матрай ауылында теркәлгән «Үтәшева Гөлнара» һәм Хәйбулла районы Воздвиженка ауылынан Марусян Сергейҙың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан (бөтәһе 16 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм шәхси хужалыҡ) һатып ала. Әҙер продукция Темәс психоневрология интернатына, Сибай туберкулез диспансерына, Сибай, Аҡъяр, Матрай балалар приюттарына, «Азатлыҡ» йәмғиәтенә, Баймаҡ ҡалаһының бөтә мәктәптәренә, балалар баҡсаларына, район үҙәк дауаханаһына, Аҡъяр, Бүребай, Яңы Ергән, Сиҙәм, Маҡан ауылдарының барлыҡ мәктәп һәм балалар баҡсаларына, Хәйбулла район дауаханаһына, Тасимов исемендәге тау колледжына һәм, әлбиттә, Урғаҙа ауылы учреждениеларына һатыла. 2017 йылда кооператив «2017-2020 йылдарға кооперацияға ярҙам» федераль проектында ҡатнашып 5 миллион һумлыҡ грант отҡан. Был аҡсаға яңы технологик ҡорамалдар һәм техника-һөт ташыу өсөн машиналар, газель, әҙер продукцияны ташыу өсөн «Ларгус-фургон»дар һатып алғандар. Быйыл үрҙә әйтеп үтелгән үҙенсәлекле программала ҡатнашып сыр эшләү менән шөғөлләнергә иҫәп тоталар.
«Яковлевка» кооперативы рәйесе Назаров Рауил Әхмәҙулла улы 2017 йылда Башҡортостандың иң яҡшы эшҡыуары булып танылған. Кооператив үҙе шул уҡ йылда Рәсәйҙең «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә (Мәскәү ҡалаһы) ҡатнашып көмөш миҙал һәм диплом менән бүләкләнгән, Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығының алтын миҙалына лайыҡ булған.
Читайте нас: