АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Октябрь 2018, 12:01

Ҡышты ҡаршылауға әҙерҙәр

Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы малсылары ҡышты ҡаршылауға етди әҙерләнгән. Хужалыҡтың баш зоотехнигы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаев әйтеүенсә, йәйгеһен Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбай фермалары ремонтланған, ихаталары төҙөкләндерелгән. 10, 11 октябрҙә һыйырҙар йәйләүҙән ҡайтарылып, йылы ҡураларға урынлаштырылған һәм ҡышҡы рационға күсерелгән. Хужалыҡта бөтәһе 1470 эре мал иҫәпләнһә, шуларҙың 700-ҙө һауын һыйырҙары. Октябрь-ноябрь айҙарында һәүкәштәрҙең күпләп быҙаулаған мәле. Тимәк һауым да артасаҡ. —Етерлек мал аҙығы әҙерләгәнбеҙ. Малсылыҡ тармағында 70 кеше, шул иҫәптән 22 һауынсы эшләй. Улар малҡайҙарҙы имен ҡышлатып сығарыу өсөн тырышып хеҙмәт итә,—ти баш зоотехник.

Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы малсылары ҡышты ҡаршылауға етди әҙерләнгән. Хужалыҡтың баш зоотехнигы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаев әйтеүенсә, йәйгеһен Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбай фермалары ремонтланған, ихаталары төҙөкләндерелгән. 10, 11 октябрҙә һыйырҙар йәйләүҙән ҡайтарылып, йылы ҡураларға урынлаштырылған һәм ҡышҡы рационға күсерелгән. Хужалыҡта бөтәһе 1470 эре мал иҫәпләнһә, шуларҙың 700-ҙө һауын һыйырҙары. Октябрь-ноябрь айҙарында һәүкәштәрҙең күпләп быҙаулаған мәле. Тимәк һауым да артасаҡ.
—Етерлек мал аҙығы әҙерләгәнбеҙ. Малсылыҡ тармағында 70 кеше, шул иҫәптән 22 һауынсы эшләй. Улар малҡайҙарҙы имен ҡышлатып сығарыу өсөн тырышып хеҙмәт итә,—ти баш зоотехник.