Хужалыҡ эшсәндәре 700 гектар сәсеүлек майҙанының 250-һенә—арпа, 250-һенә—бойҙай, 100-өнә һоло һәм тағы ла 100 гектарына судан үләне сәскән. Ялан батырҙары иген культураларын бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып алыуға өлгәшкән. Уртаса гектар ҡеүәте 14 центнер тәшкил иткән. Уңыш йыйыу кампанияһын ваҡытында башлап, мәлендә тамамлауҙа тәжрибәле агроном Булат Fәлләм улы Фатыховтың өлөшө ҙур. Ул оҙаҡ йылдар «Сибай» совхозында агроном, профком рәйесе, директор урынбаҫары һәм бүлексә идарасыһы вазифаларын уңышлы алып барған. 80 йәшкә ҡараған уҙаман хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Фаил Исрафил улы Ҡоланбаев етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығында эшләп йөрөй. Ул йәштәрҙе агроном һөнәренең нескәлектәренә өйрәтә, ҡиммәтле кәңәштәрен бирә. Комбайнсылар Азамат Вәлиев һәм Андрей Шарановтың, иген ташыуҙа тракторсы Азамат Рәхимов менән водитель Алмас Ҡоланбаевтың, техниканы яғыулыҡ-майлау матераилдары менән тәьмин итеүсе Илһам Юнысбаевтың тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Уларҙың бер төптән егелеп эшләүе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға булышлыҡ иткән дә инде. Әле хужалыҡ келәттәрендә күңелле мәшәҡәттәр башланған. Механизатор Вадим Кираманов үҙенең МТЗ-80 тракторында келәттәге ашлыҡты өйөү, урынлаштырыу менән мәшғүл. Хужалыҡ етәксеһе Фаил Исрафил улы әйтеүенсә, игендең бер өлөшө орлоҡҡа һалына, икенсеһе һатыуға оҙатыла һәм ҡалғаны эшселәргә таратып бирелә. Тимәк, йәнйегеттәр ашлыҡһыҙ булмаясаҡ.