Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Октябрь 2018, 16:52

Өҫтөнлөклө проект хупланды

Йылайыр районының «Йылайыр» ҡулланыусылар кооперацияһы 2019 йыл аҙағына тиклем Урал аръяғында ауыл хужалығы продукцияһын заманса һаҡлау һәм эшкәртеү инфраструктураһы булдырырға иҫәп тота. Дөйөм алғанда 12 миллион һум капитал менән был проект Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

Был юҫыҡтың социаль һөҙөмтәһе шунда: сеймал эшкәртеүселәр шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарынан ауыл хужалығы продукцияһы ҡабул итәсәк, ул ауыл халҡына аҡса эшләргә ярҙам итәсәк.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәк власы ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға инвесторға субсидиялар һәм льготалы заемдар менән ярҙам итә.
Халыҡтың ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү системаһын ойоштороу—республикабыҙ өсөн көнүҙәк тема. Әлеге мәлдә ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары 42 мең тонна самаһы картуф һәм 36 мең тонна йәшелсә уңышы йыйып ала. Әлбиттә, йәшелсә һәм картуф һаҡлау урындары бар, әммә уларҙың ҡайһы берәүҙәре заманса талаптарға яуап бирмәй һәм кәрәкле температураны тота алмай.
«Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫтерелгән продукцияны һаҡлау урындары етешмәй. Шуға күрә лә продукцияны йыйыу һәм эшкәртеү системаһын яйға һалырға кәрәк. Был иҡтисади генә түгел, социаль мәсьәлә лә. Шуға «Йылайыр» ҡулланыусылар кооперацияһының проекты бер тауыштан хупланды»,—тине ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе А.Fәлимов.