

—Бәләкәйҙән Венера инәйемдең аҡ халат кейеп эшкә барыуы, уның төрлө дарыу-уколдар менән эш итеүе оҡшай торғайны. Беҙҙә апайым менән уның кеүек табип булырға хыялландыҡ, ата-әсәйҙәребеҙ ҙә беҙҙең теләкте хупланы. Сибай гимназия-интернатын тамамлағас, Сибай медицина колледжына уҡырға индем, артабан Өфө дәүләт медицина университетына документтарымды тапшырҙым. 2025 йылда ҡулыма диплом алып йүнәлтмә буйынса Төркмән ауылына эшкә ҡайттым. Шулай уҡ ординатурала уҡыуымды дауам итәм,–ти йәш белгес.
Ирәндек табип амбулаторияһында Беренсе һәм Икенсе Төркмөн, Басай, Иҫәнбәт, Күсей, Беренсе һәм Икенсе Моҡас, Казанка ауылдары халҡы хеҙмәтләндерелә. Табип 1 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге бөтәһе 300-ҙән ашыу баланың сәләмәтлеге һағында тора. Көнөнә ул 15-кә яҡын пациенттарҙы ҡабул итә, ҡайһы ваҡыт бәләкәстәрҙе өйҙәренә лә барып дауаларға тура килә. Көҙ һәм ҡыш көнө белгескә күберәк киҙеү, киҫкен респираторлы вируслы инфекция, тын юлдары ауырыуҙары, бронхит, ангина кеүек сирҙәр менән йыш мөрәжәғәт итһәләр, яҙын күп балалар аллергия менән яфалана. Һуңғы ваҡытта балаларҙың ҡулынан телефон, башҡа гаджеттарҙың төшмәүе уларҙың күреү һәләтен түбәнәйтә, умыртҡа һөйәге тайпылыуҙарына килтерә. Йәй көнө ата-әсәләргә бигерәк тә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки балаларҙың төрлө йәрәхәттәр алыуы тап каникулдар осорона тура килә. Велосипед йәки мопедта йөрөгәндә, йә иһә һыу инеүҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеү күп осраҡта төҙәтә алмаҫлыҡ хатаға илтә. Шуға күрә был осорҙа Гөлсибәр Илгиз ҡыҙы ата-әсәләрҙе лә, балаларҙы ла иғтибарлы булырға саҡыра.
Әйткәндәй, балалар табибы иң яуаплы һәм ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Сөнки бәләкәй пациенттар ҡайҙа һәм нимә ауыртыуын аңлата алмай. Шуның өсөн кескәйҙәрҙе ҡабул иткән табиптарға күп осраҡта үҙҙәренә лә сабый күҙлегенән сығып эш итергә, уларҙы яратырға, кәрәк ваҡытта балалар телендә аралашырға тура килә. Был тәңгәлдә аҡ халатлы, изге күңелле Гөлсибәр апайҙары күптән инде кескәйҙәрҙең яҡын дуҫына әйләнгән.
Кәримә Усманова.
Һүрәттә: Ирәндек табип амбулаторияһының табип-педиатры Гөлсибәр Фәтҡуллина.