

35 йыл—түңәрәк дата ғына түгел, ул көсөргәнешле хеҙмәт, ҡатмарлы ҡарарҙар һәм, иң мөһиме, ҡотҡарылған ғүмерҙәр менән тулы дәүер. Реанимация бүлегендә оло йөрәкле, үҙ эшенә тоғро табиптар, шәфҡәт туташтары, санитаркалар эшләй, улар иң киҫкен мәлдәрҙә баҙап ҡалмай, сирлеләргә өмөт һәм йәшәү көсө бирә. Уларҙың эше пациенттарҙың именлеге һәм һауығыуының нигеҙе булып тора.
Эйе, Сибай ҡалаһының реанимация һәм анестезиология бүлегендә тәүге йылдарҙан үҙ һөнәрен яратҡан, уға тоғро ҡалған аҡ халатлылар эшләй. 1991-2000 йылдарҙа бүлек менән етәкселек иткән, бөгөн дә табип булып эшләүен дауам итеүсе Рәфҡәт Мостафа улы Бикҡолов әйтеүенсә, тәүҙә улар хирургия хеҙмәтенең бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килә. Тәүге ҡатта терапия йүнәлешендәгеләр дауаланһа, икенсе ҡатта хирургия һәм травматология юҫығында операция кисереүселәрҙе бағалар. Төрлө йылдарҙа табип-анестезиолог-реаниматолог булып
Ә.А.Сирусин, А.А.Мозырев, Ю.М. Әминев, М.Р.Әҙелйәнов, В.И.Ахтырский, И.В.Көҫәпҡолов, А.Х.Боҫҡонов, Р.М.Ма-раканов, Ш.М. Өмөтбаев, Я.Ш. Абҙаҡов, И.В.Леонов, У.В. Буранғолов, З.Ф.Яхина эшләп китә. Кемдер башҡа ҡала-райондарға саҡырыла, кемдер ғүмер буйына Сибай дауаханаһына тоғро ҡала.
Табиптар, шәфҡәт туташтары 1999 йылдан бүлек мөдире булып эшләүсе Марат Рафаэль улы Әҙелйәновты ла бик маҡтап телгә ала, ул талантлы табип һәм етәксе була. Уның бөтә бойороҡтарын үтәү бер һүҙһеҙ башҡарыла. Коллектив берҙәм эшләй, экстремаль ситуацияларҙа шәфҡәт туташтары табиптың бөтә командаларын тиҙ һәм теүәл, бер ығы-зығыһыҙ, яҡшы көйләнгән механизм кеүек башҡара. 2003 йылдан бүлек менән табип-анестезиолог-реаниматолог Әнүәр Абрар улы Сирусин, 2019 йылдан Фәнзил Фәнил улы Мырҙабаев етәкселек итә. Улар ҙа ипле, үҙ эшен яратҡан, тырыш, кешелекле мөдир булараҡ абруй ҡаҙана. Бүлектә өлкән шәфҡәт туташтары булып эшләгән О.Г.Плеханова (1991-2004); Р.С.Бакирова (2004-2011); Р.С.Баһауетдинова (2011-2021), Р.З.Шәрипҡолова (2021-2023), М.Р.Рахманғоловалар(2023-2025) үҙҙәренең бай тәжрибәһен йәштәргә өйрәтеп, үрнәк булып хеҙмәт итә.
Шуныһы ҡыуаныс: бөгөн уларҙың юлын лайыҡлы дауам итеүселәр бар. Һуңғы йылдарҙа алмашҡа йәш табип-анестезиолог-реаниматологтар Ф.Р.Исхаҡов, Д.А.Әхмәтов, А.М.Арыҫ-ланова һәм эшкә дәрттәре ташып торған шәфҡәт туташтары-анестезистар килгән.
Бөгөн бүлектә 25 йыллыҡ эш стажына эйә булған Хәйбулла егете Рушан Рәшит улы Ҡунысбаев мөдир вазифаһын башҡара. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған егет тәүҙә Баймаҡ дауаханаһында тәжрибә туплай, унан Сибайға килеп 18 йыл табип-анестезиолог-реаниматолог булып хеҙмәтен дауам итә. Һуңғы ике йылда бүлекте етәкләй.
—Беҙҙә үҙ һөнәрен яратҡан 25 хеҙмәткәр эшләй: 5 табип, 14 шәфҡәт туташы һәм 6 санитарка. Бүлектә 9 койка бар, берәүһе—балалар өсөн. Бөтә аппараттар бар, был йәһәттән ҡытыршылыҡтар юҡ. Тик, башҡа яҡтарҙағы кеүек үк, беҙҙә лә шәфҡәт туташтары етмәй. Бөтә кеше лә реанимация бүлегендә эшләй алмай. Үлем алдындағы ауыр сирлеләр менән осрашыу һәр кемдең хәленән килмәй. Ғөмүмән, медицинала үҙ эшенә мөкиббән киткән, уны яратып башҡарған кешеләр генә ғүмерлеккә ҡала. Анестезиолог-реаниматолог һөнәрен ғәҙәттә ир-егеттәр һайлай. Сөнки бик яуаплы, эмоциональ яҡтан ныҡлыҡты һынай торған тармаҡ. Беҙ хирургия, нейрохирургия, урология, гинекология, офтальмология, травматология, отолорингология йүнәлешендә операциялар үткәрәбеҙ. 35 йыл—ул аҙ түгел, ул—36 мең пациент, 40 мең наркоз тигән һүҙ. Урал аръяғынан беҙгә киләләр. Бик һирәк осраҡта, айырыуса балалар Өфөгә ебәрелә. Бүлектең юбилейы айҡанлы, коллегаларымды, бүлек ветерандарын ихлас ҡотлайым. Намыҫлы хеҙмәттәре, һөнәри оҫталыҡтары һәм кешеләргә йәшәү көсө, ғүмер бүләк иткәндәре өсөн рәхмәтлемен. Шулай уҡ дауаханабыҙҙың баш табибы Данис Далха улы Ғәлинға рәхмәт белдерәм, һәр саҡ аңлап ҡабул итә, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Киләсәктә лә Гиппократ антына тоғро ҡалып, халҡыбыҙ һаулығы һағында торорбоҙ,—ти Рушан Рәшит улы Ҡунысбаев.
Оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләүсе Миңзәлә Рәфҡәт ҡыҙы Рахманғолова әйтеүенсә, бүлек асылғандан алып әлегәсә эшләүсе шәфҡәт туташтары Флүрә Һағынбаева, Людмила Богданова, Мәүлиҙә Хөсәйенова, Рәзилә Хәйруллина бай тәжрибәле булыуҙары менән йәштәргә үрнәк. Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы ҡыҙы Миңзәлә Рәфҡәт ҡыҙы үҙе лә 1991 йылдан медицинала. Тәүҙә Баймаҡ дауаханаһында эшләһә, 18 йыл—Сибайҙа.
—Эшебеҙ еңел тип әйтмәҫ инем. Юҡҡа ғына беҙҙең бер йыллыҡ хеҙмәтебеҙ 1,5 йылға торошло түгел. Көслө дарыуҙар, ауыр хәлле пациенттар менән эшләйбеҙ. Көн дә уларҙы бала кеүек бағабыҙ, ашатабыҙ, аҫтарын алмаштырабыҙ. Улар өсөн борсолабыҙ,—ти ул.
Бүлектең өлкән шәфҡәт туташы Гөлдәриә Сәлихйән ҡыҙы Йәнбәкова, йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙ бурысын намыҫлы башҡара.
—Сибай медицина коллледжында уҡығанда практикаға килә инек. Шул саҡта уҡ реанимация бүлеге оҡшаны, ошонда эшләргә хыялландым. Хыялым тормошҡа ашты. Тәүҙә ауыр ине, табиптар ҡушҡанды үтәгәндә яңылышып ҡуймайым тип ҡурҡа инем, илай ҙа инем. Шул саҡ мөдир саҡыртып алып ныҡ булырға саҡырҙы, кәңәштәр бирҙе. Яйлап өйрәнеп киттем. Бөгөн башлыса ҡағыҙ эше менән булышһам да, операцияларға дежурлыҡҡа барам. Һәр кемдең ғүмере өсөн яуаплы икәнебеҙҙе аңлайым, шулай ҙа эшемде яратам,—ти Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы ҡыҙы Гөлдәриә Йәнбәкова.
Стәрлебаш районында тыуып, Сибайҙа үҫкән Эльмира Дамир ҡыҙы Шаһиғәлина медицинала 2015 йылдан. Ул да студент саҡтан нәҡ ошо бүлектә эшләргә хыяллана һәм бөгөн яратып эшкә килә.
Реанимация һәм анестезиология бүлегендә эшләүсе һәр кемдең хеҙмәте—оло яуаплылыҡ ҡына түгел, оло батырлыҡ, һөнәргә тоғролоҡ, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә. Көн һайын, сменаға ингәндә, улар иңдәренә ҙур йөкләмә ала. Уларҙың белеменә, оҫталығына һәм һалҡын ҡанлылығына иң ҡиммәтле нәмә—кеше ғүмере һалынған. Реанимация стеналарында ваҡыт башҡаса үтә: һәр һулыш, һәр йөрәк тибеше—аҡ халатлыларҙың уяулығы һәм профессионализмы һөҙөмтәһе. Уларҙың хеҙмәте ял һәм байрам көндәрен белмәй, сөнки медицина алһыҙ-ялһыҙ эшләүҙе һәм даими камиллашыуҙы талап итә.
35 йыл эсендә бүлек медицина ярҙамы күрһәтеү урыны ғына түгел, ә ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыусы, өмөт биреүсе йортҡа әүерелгән.
Резеда Усманова.