Һаулыҡ һаҡлау
17 Апреля , 03:00

Владивостоктан да ял итергә киләләр

Оҙайлы ҡыш үтеп, яҙ етеүгә кеше организмы ныҡ ҡаҡшай: төрлө витаминдар етешмәй, хроник сирҙәр аҙа, быуындар һыҙлап йонсота... Сибай ҡалаһының «Урал аръяғы» шифаханаһы ошондай ауырыуҙарҙан дауалауҙан тыш, файҙалы ял да тәҡдим итә.

 

 

Бында ял итергә һәм сәләмәтлектәрен нығытырға теләүселәргә тиҫтәгә яҡын программа ҡаралған. Улар: шәкәр диабетын дауалау һәм профилактикалау, сәләмәт быуындар, ковидтан һуң өҙлөгөүҙе дауалау, сәләмәт умыртҡа, сәләмәт йөрәк, антистресс, әсә һәм бала, стандарт, ир-егеттәр сәләмәтлеге, инсульттан һуң аяҡҡа баҫыу, тын юлдарын тергеҙеү.

Хаҡтар сағыштырмаса ҡыйбат түгел һәм төрлө ташламалар ҡаралған: әлеге мәлдә, мәҫәлән, хаҡлы ялдағыларға шифахана-курорт дауаланыуының бөтә программаларына ла ташлама яһала. Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау профсоюздары ағзаларына, инвалидтарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусырға, уларҙың ғаиләренә иһә путевка хаҡына ташламалар ҡаралған.

Путевка хаҡына 5 тапҡыр ашау, комплекслы дауаланыу, йәшәү инә. Комплекслы дауланыу иһә үҙе эсенә массаж, ҡойо, физдауаланыу, ЛФК, бассейн, үлән сәйҙәре, коктейль эсеү, парафин, кедр мискәһе төнәтмәһендә бығып ултырыу, тау һауаһын һулау, төрлө душтар, ванналар ҡабул итеүҙе, төрлө заманса медицина аппараттарында сәләмәтлекте нығытыуҙы һәм башҡаларҙы ала.

Шифаханаға ял итергә килеүселәр уңайлы бүлмәләргә килеп урынлашҡандан һуң иң башта уларҙы табип-терапевт Рида Мөбәрәк ҡыҙы Өмөтбаева ҡабул итә. Ул һәр кемгә сәләмәтлеге торошона ҡарап, шәхсән дауаланыу процедуралары яҙа. Дауаланыу араһында 30 минут ял ҡаралған. Бында ял итеүселәр күберәк һау быуындар, шәкәр диабеты, ковид өҙлөгөүен бөтөрөү, стандартлы, ял көнө туры, ир-егеттәр сәләмәтлеге программаларына өҫтөнлөк бирә.

Шуныһы ҡыуаныслы: шифахана етәкселеге даими рәүештә медицина ҡорамалдарын яңырта. Былтыр көҙ МОК аппаратын яңыртып, эсәк буйҙарын йыуҙыртыуға кешене күпләп йәлеп итһәләр, ошо көндәрҙә һуҡма-тулҡын терапияһы (УВТ) һәм юғары интенсивлы лазер кабинеты эшләй башданы. Был заманса ҡорамалдар быуындар һыҙлауын дауалауға һәм йәрәхәттәрҙән һуң организмды тергеҙеүгә ныҡлы булышлыҡ итә.

Шифаханала яңы йүнәлеште башлап ебәреү өсөн махсус рәүештә эксперт--медицина фәндәре кандидаты, табип-травматолог-ортопед Колесников Максим Аркадьевич саҡырылған. Белгес табип-травматолог-ортопед Ғиззәтуллин Ибраһим Баймөхәмәт улына был аппараттарҙа дауалау алымдарының нескәлектәрен өйрәтеп, иң һөҙөмтәле схемаларҙы тапшырҙы.

-9 апрелдән алып процедуралар уҙғарыла башланы. Беҙгә һәр теләгән кеше мөрәжғәт итә ала. Яңы технологияларҙың һөҙөмтәлелеген тәүгеләрҙән булып баһаларға теләүселәргә 25% ташлама яһайбыҙ. Процедура хаҡы ни бары 1500 һум тора,--тине «Урал аръяғы» шифаханаһы директорының үҫеш буйынса урынбаҫары Азамат Байрамғолов.

Тын юлдарына зарланыусыларға тау һауаһы аппаратында дауаланырға тәҡдим итәләр. Күп кенә ата-әсәләр балаларының иммунитеты нығынһын өсөн ошо процедураға йөрөтә. Шулай уҡ тоҙ шахтаһы ла тын юлдарын дауалай, киңәйтә. Тоҙ шахтаһынан сыҡҡас урында аяҡҡа массаж яһау ҡоролмалары, нуга-бест ҡуйылған, ошонда уҡ балалар майҙансығы булыуы ла уңайлы. Кедр мискәһе лә сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итә. Озон, пресс терапияһы ла дауалауҙың яңы йүнәлештәре. Шулай уҡ бында умыртҡа һөйәге менән яфаланыусыларҙы ла дауалайҙар. Йәғни, умыртҡа һөйәген турайтыу мөмкинлеге биргән махсус ҡоролма бар. Ҡойо менән төрөнөп ятыу ҙа файҙаға. Парафин һалдырып та һаулыҡты нығытырға мөмкин. Физдауаланыу кабинетынан кеше өҙөлмәй, сөнки ҡала дауаханаһында хәҙер ундай бүлек юҡ. Шуға ла магнит терапияһы, УВЧ, элетрофорез менән дауаланырға теләүселәр бында йөрөп бағына.

Шифаханала үҙ эшен яратҡан табиптар, шәфҡәт туташтары, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һәр береһе эшен яҡшы белә һәм ял итеүселәр ҡәнәғәт ҡалһын өсөн бар тырышлығын һала. Табип-терапевт, невролог, кардиолог, табип-травматолог ҡабул итә, ультратауыш ярҙамында тикшеренеү үтергә, анализдар тапшырырға мөмкин. Кардиолог Карниевич Ләйсән Наил ҡыҙы рефлексотерапия уҙғара, 3 массажист эшләй. Адаптив физкультура буйынса инструктор Виолетта Рассадникова үҙенә йөрөүселәрҙән башта күнекмәләр яһатып тәндәрен яҙып, ҡыҙҙырып ала һәм бассейнға алып бара.

Ял итеүселәрҙең фекерен дә белдек.

Екатерина Карпенюк:

-Владивосток ҡалаһынан килдем. Иптәшем Владислав Мәсәғүтов тыумышы менән Сибай ҡалаһынан. Беҙ уның менән вахтала эшләгәндә таныштыҡ. Эштәр һуң ял итергә уның тыуған яғына ҡайттыҡ һәм шифаханала бер юлы һаулығыбыҙҙы нығытып алырға ҡарар иттек. Бәләкәй генә ҡалала ошондай ял һәм сәләмәтләндереү урыны булыуы бик яҡшы. Барыһы ла оҡшай, йәшәү, ашау, процедураларҙан ҡәнәғәтбеҙ. Кистәрен ҡалаға сығып, дуҫтар, таныштар менән күрешәбеҙ. Сибайға килгән һайын килге генә килеп тора.

Альмира һәм Борис Вәхретдиновтар:  

-Ғүмер буйы Сибайҙа йәшәһәк тә шифахаһында булғаныбыҙ юҡ ине. Иң беренсе нәүбәттә быуындарҙы һәм шәкәр диабетын дауалау буйынса махсус программалары булыуы иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Ысындап та, дауаланыу килешә. Ҡала ығы-зығыһынан ял итеүе лә оҡшай.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас