Сибай ҡала дауаханаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары дауаханаһы, Сибай медицина колледжы хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары үҙ һәләттәрен күрһәтте.
Конкурсҡа йыр, бейеү, нәфис һүҙ һәм фольклор йүнәлештәре буйынса номер әҙерләгәндәр ине. Шыныһы ҡыуаныслы: беҙҙең табиптар һәм шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар йыр-моңға маһир һәм талантлы. Бөгөн беҙ сәхнәгә сыҡҡан һәр береһенең сығышын ҡарап, шуға шаһит булдыҡ.
Айырыуса Баймаҡ дауаханаһы коллективы ентекле әҙерләнгән ине. Улар бөтә йүнәлештә лә шәп номерҙар күрһәтте. Иҫке Сибай ауылы хеҙмәткәрҙәре "Килен төшөрөү" йолаһын сәхнәләштерҙе. Баймаҡ дауаханаһының йәш белгестәре төрлө милләт кейемендә "Дуҫлыҡ" бейеүен тәҡдим итте. Бергәләшеп йырланылар ҙа. Шуға уларҙың йыр, бейеү һәм йола йүнәлешендәге номерҙары финалға үтте.
Сибай ҡалаһы дауаханаһының "Умырзая" бейеү ансамбле, Гөлсирә Әҙеһәм ҡыҙы Әхмәтова (йыр) ла баш ҡалабыҙҙа сығыш яһау хоҡуғын алды. Сибай медицина колледжынан әсәле-ҡыҙлы Раҡаеваларҙың дуэты, өсөнсө курс студенттары Диана Дәүләткирәйева һәм Динислам Мансуровтың бейеүе ла алҡыштарға күмелде. Улар ҙа финалға барасаҡ.
Бөгөнгө сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар, сәскәләр бирелде һәм конкурс лауреаты итеп танылдылар. Эштәренең ҡатмарлы һәм яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, конкурста ҡатнашырға мөмкинлек тапҡан аҡ халатлыларға ҙур рәхмәт!