Борсолабыҙмы?
Борсолмайынса булмай. Тик борсолоп, ҡул ҡаушырып ултырыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Бөгөнгө көндә һәр ғәиләгә тигәндәй ҡағыла барған ауыр сирҙәрҙең береһе – рак клеткалары нәҡ иммунитетты төшкәнде, паникаға бирелгәнде, стрессҡа батҡанды, рух һынғанын, иман көсһөҙлеген көтөп кенә торалар тип раҫлайҙар ғалимдәр. Тимәк, бер генә пунктты ла төшөрөп ҡалдырмайынса йәшәү рәүеше беҙгә күп кенә ауыр сирҙәрҙән арынырға һәм уларға юлыҡмайынса йәшәргә ярҙам итә.
“Һиңә,Зәүхиә, яҙыуы рәхәт, башыңа төшһә, ҡарар инек,”- тип уйлаусылар булыр. Төштө, шулар аҡыл йыйырға мәжбүр итте. Иң беренсе тормош иптәшем - ирем сирләй башлағанда 90 кг кеше ине. Икебеҙ ҙә ең һыҙғанып тормош көтәбеҙ, бер шигебеҙ юҡ.Йорт һалабыҙ. Тик ир әле бер ере, әле икенсе ере ауырта тип башланы.Анализдар тапшырҙыҡ, бик һәйбәт түгел ине. Оҙаҡҡа һуҙманыҡ, дауахана юлдарын тапай башланыҡ. Дауалауҙар күп алды, тик хәл насарайғандан – насарайҙы, больницҡа ятты. Табиптар тейешлеһен эшләгәндәр, тик беҙ үҙебеҙ ҙә рәттән( параллельно) сихәтләнеү ысулдарын ҡуллана башларға кәрәк булған. Был ҙур хатаны һуңлап аңланыҡ!!! Больництан бөтөнләй насарайып, 48 кг ҡалып сыҡты. Сығарҙылар, өмөтһөҙ тип әйтмәнеләр. Тик әйтеү кәрәк түгел ине. “Ҙурыраҡ ергә барып ҡарағыҙ,”- тинеләр. Тик аяғында саҡ баҫып торған ирҙе ҡайҙа алып барып һалырға була? Аңланыҡ инде. Күҙ аҡтарына, ҡолаҡ остарына хәтле лимон кеүек һары ине.Үлем күҙгә ҡарағас, икебеҙ ҙә хәлдең етдилеген аңлап, уйлай башланыҡ. Мин шул көндө үк ҡулдары менән диагностика яһай торған ҡатынды саҡырҙым. Ҡулдары менән йөрөтөп ҡараны ла “Бауыры ҡап – ҡара,”- тине. Иргә күрһәтмәйенсә генә, миңә башын болғаны. “Булмай,”- тип әйтеүе ине.
Тик беҙҙең ҡарар ныҡ ине, аяҡҡа баҫырға. Зәүхиә фантастика яҙа тип уйламағыҙ. Ләкин булды был хәл.Был ҡатын, күрше апай “Оҙаҡ тормай ирең,”- тинеләр.Донья кургән тәжрибәлеләр Беҙ малосемейкала беренсе ҡатта йәшәй инек. Май айы. Яңы ғына үләндәр морон төртә. Тәрәҙә янына килеп баҫтым да, “Аллаһы Тәғәләм, ялбарып һорайым, яуап бир. Тере ҡалырға өмөт бармы?”- тинем. Шунда әллә ҡайҙан аҡһыл күгәрсен осоп килде лә тәрәҙә ҡаршындағы йәшел үләнгә осоп төштө, нимәнелер сүпләне лә осоп китте. Мин хайран ҡалдым.”Аңланым,”- тинем күккә ҡарап.
Ике йыл туҡтауһыҙ көрәш барҙы.Көнө - төнө.Бер китап яҙырлыҡ.Ҙур ғына ойошмала ИТР булып эшләй ине. Кемдәр яҡын белгән, килеп барыһы ла хәл белешкән булып, бәхилләштеләр, уның ҡаты ауырыуы тураһында алты ай буйы мин илтеп биргән больничныйҙар аша билгеле ине. Кеше танымаҫлыҡ хәлгә етеп үҙгәрҙе һәм ҡоро һөйәккә ҡалды.Ул дауаларҙар тип ныҡ ышанды, тик булманы.43 йәшендә китергә иртә бит.Йорт төҙөлөп бөтөлмәгән, ике бала үҫмер йәшендә. Нимәлер эшләргә кәрәк тип хәл иттек.Һәм беҙ башҡа юлдар эҙләй башланыҡ. Шул ысулдар менән Аллаға шөкөр аяҡҡа баҫтыҡ. Күп тапҡырҙар бауыр таҙартыу( 10 дан кәм түгел), соктар менән дауаланыу, сода, лимон атналары, 24,16,7 шәр көн һыу менән генә ас тороуҙар, ҡәтғи диета, анализдар биреп тикшеренеп тороуҙар, йәйәү йөрөүҙәр, көндәлек физик күнегеүҙәр. “Бының ире эшләмәй шулай шөғөлләнеп кенә йәшәйҙер,”- тип уйлаһағыҙ, юҡ. Сәләмәтләнгәс, эшләй башланы.Донья көтөргә, балалар үҫтерергә һәм башҡа тормош мәшәҡәттәрен үтәргә кәрәк бит. Әле лә эшләй. Әле 68ен тултырҙы. 25 йыл элек булған хәлдәрҙе яңы яҙа тип әрләмәгеҙ. Был хәл йәшерен-батырын түгел. Эшендә, күрше-тирә, таныштар яҡшы белә. Уның тарихын ваҡыт булғанда бер яҙырмын тип уйлап йөрөйем. Бары тик бер ысулды яҙғым килә, нәҡ шул ысул беҙгә башланғыс аҙым булды, беҙ уны беҙҙә булған ул ваҡыттағы берҙәнбер Г.П.Малаховтың 3-сө китабынан таптыҡ һәм ҡулландыҡ. Ул китапта ғәләмәт күп тарихтар яҙылған. Беҙ беҙҙекенә оҡшаш тарихтарҙы табып, унда ниндәй кәңәштәр бар, шуларҙы эшләнек. Ҡабатлағыҙ, ҡулланығыҙ тимәйем!!! Беҙгә ул алға ныҡ этәреш бирҙе, ғүмерен һаҡлап алып ҡалды тейерлек. Аллаһы Тәғәлә зиһенебеҙҙе асып, юлын күрһәтте. Хәҙер беҙҙә Г.П.Малаховтың 20 ләп китабы бар.
Бауырға бәйле хәл киҫкен булғанда, ҡулланырға тәҡтим итә Г.П.Малахов. Беҙ отчаянный аҙым яһаныҡ!!! 1-се КӨН – 5, 2-СЕ КӨН— 10, 3-сө КӨН – 15, 4-се КӨН— 20, 5-Е КӨН—25, 6-СЫ КӨН—20,7-СЕ КӨН – 15, 8-СЕ КӨН – 10, 9-сы КӨН – 5. Нимә ул? Лимон һаны. Беренсе көн 5 лимон йыуабыҙ, уны йомшартабыҙ һуҡҡылап, һутын яҡшы бирһен өсөн, һығабыҙ. Һыу ҡушабыҙ, һалҡын булһа, йылытабыҙ йылы һыуҙа.Шуны әкрен генә ашыҡмайынса эсә. Трубочка аша эсергә мөмкин. 9 көн тейешле һандағы лимондарҙы бер тайпылышһыҙ эсте. Кемдер ҡарап, был мөмкин түгел тейер. Эйе, башыңа төшһә генә мөмкин. Күҙҙәрен сытырҙатып йома – йома эсте, батып барыусы һаламға тотонған кеүек.Көн үҙәгендә һыу ҙа эсергә кәрәк.Ашыҡмай, әкрен генә йылы көйө эсте.Рәхәт түгел, әсе, тик нәҡ ошо ысул уны аяҡҡа баҫтыра башланы. Соктар эсә, салаттар ашай башланы.Бер атнанан һары төҫтәр юҡҡа сыҡты.Бауыр эшләй башланы. Ә бауырҙың 25 проценты иҫән ҡалһа ла, ул яңынан сәләмәтләнә ала тип ғалимдар яҙалар. Бының өсөн бик күп бауыр сәләмәтләндерә торған үләндәр, соктар, БАДтар. ризыҡтар ҡулландыҡ. “16 трав отца Георгия от рака”тигән йыйылманы эҙләп табып яһағаным хәтерҙә.Тик ныҡ ихтыяр көсө кәрәк булды. ”Зәүхиәнең ире араҡы эсә торған булғандыр, булмаһа, йәшләй бауыр эштән сыҡмай инде,”- тип уйлаусылар булыр. Юҡ, насар ғәҙәттәре булмаған, спорт менән шөғөлләнгән, юғары белемле кеше. Тик беҙ сирҙең сәбәбен һуңдан таптыҡ. Ул бик ныҡ шпрот һәм тоҙланған, ыҫланған балыҡтар ашарға яратты. Мин ғөмүмән ундай ризыҡҡа ныҡ битараф һәм ҡаршы. Нәҡ шпрот көслө канцерогенный ризыҡ, бауыр уны нейтрализовать итеп бөтөрә алмай, тығыла. Ә бына тоҙло һәм ыҫланған балыҡтарҙа тәнгә инһә, почти сығарып булмай торған описторхоз һәм башҡа паразиттар бар. Улар иң беренсе бауырға инергә тырыша һәм уларҙы унан ҡыуып та сығарып булмай. Белеү етмәгән!!! Ә хәҙерге роллалар, арлы – бирле ыҫланған балыҡтар,тоҙлолары ла шул уҡ.Ашарға яратһаҡ, уларҙы ашағанда күпләп һуған, һарымһаҡ, әсе борос һәм башҡа противопаразитаркалар ҡулланыу мөһим. Ҡорттарға бауырға инергә бирмәү мөһим. Инһә, ҡыуалап сығарыу бик ауыр, хатта мөмкин түгел тиҙәр. Ингәс, эш харап!!! Уларға һин президентмы, текә - ябай кешеме, спортсменмы, эшсәнме – ялҡаумы ... барыбер. Битеңә сығып ҡарамай, биографияңды белмәй. Һәм кешеләр аптырай, ҡайҙан теге – был сир килеп сыҡты тип.Хәҙер балаларҙы күпләп йөрөтә торған “ролла” кафеларында роллалар янына һалып бирелә торған ике төрлө әсе приправа юҡҡа ғына түгел. Улар нәҡ ошо паразиттар эсәктән ситкә сығып китмәһендәр, зарарһыҙланһындар тип ашар өсөн ҡуйыла. Тик балалар уны күбеһе ашамай. Әсе, күҙҙән йәштәр сыға тип. Ашамаһалар, балаларҙы йөрөтмәүегеҙ хәйерле! Себер медицина институты белгестәре нәҡ описторхоз менән зарарланыу осрағының күбәйеүен яҙалар. Ә ул паразит инһә бауырҙа ныҡлы тайпылыштар барлыҡҡа килтерә, ауыр сирҙәр килеп тә етә. Хатта бер тапҡыр ашау ҙа етә, әгәр ул балыҡ паразиттар менән зарарланған булһа. Ыҫланған, ҡанлы ит, төрлө экзотикалар ашау ҙа шулай уҡ паразиттар алып инә. Имәндә икән сәтләүек тейерһең! Ни өсөн лимон эстек? Ә күп һанда эселгән лимон һуты иммунитетты ныҡ күтәрә, уның составында булған С витамины һәм күп төрлө бүтән элементтар организмда булған бөтөн паразиттарҙы, грибоктарҙы, инфекциялы микробтарҙы ҡыуалай, ҡанды таҙарта,бауырҙы, бүтән ағзаларҙы ла яулап алған, уны серетә һәм эшләргә бирмәгән ялған клеткалар – рак клеткаларын ҡыйрата тип яҙыла. Беҙ ышандыҡ һәм эстек. Ни өсөн күп кимәлдә? Бөтөн ергә лә барып етһен өсөн тәҡдим ителә. Аллергияһы булмау уңай булды. Булһа ла бәлки эсер ине. терять нечего кроме болезни. Ябай ғына ысул ирҙең ғүмерен оҙонайтты инде. Беҙгә ярҙам итте, белмәйем кемгә нисек. Ҡабатлағыҙ тимәйем, ныҡ ихтыяр көсө һәм сабырлыҡ кәрәк. Сәләмәтләнеү бер, ә икенсеһе на плаву держаться. Эйе, бер алған дәрес ғүмергә булһа һәйбәт. Ирҙең ашау рационында әрем, уҫаҡ ҡайрыһы, дегәнәк һуты, төрлө приправлар, ас тороуҙар һ.б. – ғәҙәти күренеш. Балыҡ – на пару иң мөһиме!!!( Смайлик йылмайыусы тип уйлағыҙ)Были б кости здоровы, мясо зарастет.Был әйтем беҙгә тура килде.
Ә хәҙер әйҙәгеҙ төп темаға ҡайтайыҡ.Ғөмүмән, беҙҙең аҡыллы тән етди сирҙәр башланырға мөмкин икәнен хәбәр итеп, сигнал бирәме? Бирә!!! “Машина барахлить, надо идти на ремонт,”- тип уйлайбыҙ. Әҙ генә машина үҙенсә сигнал бирә башлаһа. Шунда уҡ СТО-ға барып, хаҡына ла ҡарамайбыҙ, диагностика үткәрәбеҙ, тейешле ремонт яһатабыҙ. Һин что, машина ҡәҙерле! Ә үҙебеҙ? Медицина үҙәктәренә күп осраҡта һуңлап киләбеҙ, йылдар буйы бармайбыҙ. Ә бит табиптар тикшереп, үҙҙәренең кәңәштәрен ваҡытында бирһә, сирҙе профилактика яһап, ныҡлы үрсеүгә юл ҡуймаҫҡа була. Табиптар ҙа дауаламаҫлыҡ хәлгә еткәс, һуңлағанһың тигән һүҙ була.
Тәндә ниндәй сигналдар була? Төрлө.
1.Телдә төрлө налеттар, ауыҙҙан еҫ сыға башлай. Тештән тип уйлайбыҙ, булырға мөмкин.Тик стоматологияға барғандан һуң бөтмәһә, тимәк ашҡаҙан, эсәк, бауыр, үт ҡыуығы менән бәйле. Был турала АЛДАҒЫ ЯҘМАЛАРҘА яҙҙым, ҡабатламайым.
4.Хәтер насарая, ҡулдар ойой, аяҡтар һыуыҡ, күҙҙәр насар күрә башлай, әле эс китә, әле эс ҡата, ашаған насар эшкәртелә, эс күбә.
Былар инде тәндең СОС ҡысҡырыуы. Бындай күренештәр булғанда табиптар янына барып, ваҡытында тикшереү үтеү бик мөһим. Уларҙың кәңәштәрен, дауалауҙарын үтеү ваҡытында сирҙе башында уҡ туҡтатыуға этәрә.
Беҙҙең был яҙманың маҡсаты бүтән төрлө- был хәлдәргә барып етмәү!!! Беҙ был хәлгә барып етергә тейеш түгелбеҙ!!!! Был хәләткә барып етмәҫкә ынтылырға кәрәк көндә!!!!
Профилактика уңайынан нимәләр эсеп, ашап торорға була.
Иртәнсәкке ошо процедура – көнгә нигеҙ һала. Тән һыу алды, салатта бөтөн витаминдар бар, майҙар уны эсәктәрҙе майлап алып бара. Улар янына көндә төрлө бутҡа, ауыл йомортҡаһы, сыйфатлы эремсек, синтетик сөпрәһеҙ икмәк, һ.б. файҙалы ризыҡтар ҡушып ашаһаҡ, минералдар, кальция, кремний һ.б.кәрәкле матдәләр инә. Иң мөһиме – эсәктәрҙә лайла юҡ, эсәктәрҙең стенкалары һәйбәт һура.
Һәр кеше – индивидуаль. Нәҫеле, холҡо, тәрбиәһе, белеме, байлығы, милләте. Тик беҙҙең оҡшаш бер яғыбыҙ бар. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла бер төрлө эшләй торған аппарат – тән биргән. Уға инструкция мейегә һалынған. Тик ул инструкцияны нишләптер алып уҡыу теләге сир килгәс, аппарат ватыла башлағас ҡына килә. Ҡайһы берҙә килмәй ҙә!
Зәүхиә Низамиева.