Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Айбулат Тимербулат улы—аҡ халатлылар династияһын лайыҡлы дауам итеүсе. Ул медицина өлкәһен осраҡлы һайламаған, ә бала саҡтан ата-әсәһенең һөнәренә ғашиҡ булып, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙы төп маҡсаты итеп алған. Шуға күрә лә үҙ эшен яратҡан, Гиппократ антына тоғро ҡалған, сирлеләргә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән табип ул.
—Беҙҙең ғаиләлә башҡа һөнәр һайлау кәрәклеге тураһында уй ҙа булмағандыр. Ата-әсәйем икеһе лә медицинаны үҙ иткән, уларҙың кейгән аҡ халаттарына бала саҡтан ниндәйҙер бер хөрмәт менән ҡарап, үҙебеҙ ҙә киләсәктә табип буласаҡбыҙ тип үҫкән балалар беҙ. Атайым Тимербулат Фәхри улы ғүмере буйы Аҡморон ауыл табип амбулаторияһында табип-терапевт булды, әсәйем Фәрхәнә Ғарифулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы шәфҡәт туташы булып эшләне. Ғаиләлә беҙ өс бала үҫтек, бөгөн бөтәбеҙ ҙә ата-әсәйебеҙҙең юлын дауам итеп, медицина өлкәһен һайлағанбыҙ. Хатта тормош иптәштәребеҙ ҙә табип, әле данлыҡлы Имановтар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр булып улдарыбыҙ медицина университетында белем ала.
Кәләшем Рәзилә Йәмил ҡыҙы ла аҡ халатлылар нәҫеленән. Ҡайным оҙаҡ йылдар Йылайыр районында баш табип булып эшләне.
Ҡатыным Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире.
Өс бала үҫтерәбеҙ, Айҙар улыбыҙ—Башҡорт дәүләт медицина университетының 3-сө курс студенты. Ҡыҙыбыҙ Камила—10-сы класта, кинйәкәүебеҙ Айгүзәл 1-се класта уҡый.Ҡустым Айнур Тимербулат улы Өфө ҡалаһының Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында табип-травматолог булып эшләй, кәләше Әлфиә Исмәғил ҡыҙы—косметолог. Һеңлем Гөлнара Тимербулат ҡыҙы Сәйфуллина атайыбыҙҙың һөнәрен һайланы, әле Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының участка табип-терапевты. Уның ире, кейәүебеҙ Ринат Марат улы Бикеш ауыл табип амбулаторияһы мөдире, участка табип-терапевты. Күреүегеҙсә, барыбыҙ ҙа табиптар, һөйләшер һүҙҙәр ҙә уртаҡ, хатта ҡайһы бер ауырыуҙарҙы бөтәбеҙ ҙә белгән булып сығабыҙ. Байрамдарҙа йә иһә бергә йыйылышҡанда ла күберәк медицина хаҡында һөйләшәбеҙ, уй-пландарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ, бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ. Ошо мөхиттә тәрбиәләнгән балаларҙың киләсәктә медицина өлкәһен һайлауҙары осраҡлы булмай, улар бәләкәйҙән ата-әсәләренең эшен күреп үҫә. Беҙҙең дә һөнәр һайлауыбыҙ тап шулай булды,—ти Айбулат Тимербулат улы.
Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге элек-электән иң яҡшыларҙан иҫәпләнә. Был бүлектә ҡасандыр тәжрибәле һәм билдәле медицина оҫталары, әллә күпме кешене әжәл ҡулынан йолоп ҡалған Ғиззәт Зөлҡәрнәев, Фирғәт Хисмәтуллин, Дарвин Зияев, Миңлеғәле Ғүмәров, Ғимаҙи һәм Илдар Хәсәновтар эшләгән. Бөгөн иһә уларҙың юлын лайыҡлы рәүештә тәжрибәле табип-хирург Айбулат Иманов дауам итә.
Айбулат Иманов Аҡморон мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, артабан белемен Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияла ала. Бала саҡтан табип булыу хыялы уҡыуҙы тик яҡшы билдәләргә тамамларға булышлыҡ итә. 1995 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарын Айбулат Тимербулат улы тик яҡшы яҡтарҙан ғына хәтерләй: «Йәшлегемдең иң матур йылдары Өфө менән бәйле. Сессияға әҙерлек, тәүге практикалар, ғүмерлек мөхәббәтемде лә тап ошо студент йылдарында осраттым. Рәзиләләрҙең йәшәгән бүлмәһе беҙгә яҡын ине, ятаҡханала осратып, уға ғашиҡ булдым тиһәм дә була. Уҡыу йортонда үткән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба торғайным, спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәнем»,—ти әңгәмәсем.
Әйткәндәй, хирург булырға ҡайныһының кәңәше буйынса ҡарар итә. 2002-2003 йылдарҙа интернатура тамамлай һәм тыуған яғына эшкә ҡайта. Тәүҙә хеҙмәт юлын балалар хирургы булараҡ башлай, аҙаҡ белемен камиллаштыра бара һәм йылдан-йыл тупланған тәжрибә Айбулат Тимербулат улын хирургия бүлеге мөдиренә тиклем алып килә. Хирург хеҙмәтен билдәле Әбүғәлисина ыласын күҙе, ҡыҙҙарҙыҡылай йомшаҡ ҡулдар, йылан аҡылы һәм арыҫлан йөрәге талап иткән ҡатмарлы эш булараҡ баһалаған. Уйлап ҡараһаң, ни тиклем дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр. Ысынлап та, хирургия бүлеге медицинала иң ауырҙарҙан һанала. Сөнки сирлеләрҙең, төрлө йәрәхәт менән килеүселәрҙең артабанғы яҙмышы һәм сәләмәтлеге тап хирургтың диагнозды дөрөҫ билдәләп, уңышлы операция яһауына бәйле. Йәмғиәтебеҙҙең ауыр социаль төркөмөнә ҡараусы сирлеләрҙең күбеһенә хирург ярҙамы талап ителә. Эсеп инвалид булып ҡалған кешеләр ҙә осрай, йә иһә үҙ һаулығына битараф булыусылар ҙа юҡ түгел. Шуға күрә Айбулат Иманов һәр кемгә үҙ һаулығы өсөн үҙе яуаплы икәнлеген онотмаҫҡа саҡыра.
—Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә лә ниндәйҙер сирҙе булдырмаҫҡа мөмкин. Организмды тыңларға өйрәнегеҙ, ул һеҙгә ауыртҡан ерегеҙ тураһында төрлө сигналдар менән ишеттерергә тырыша. Ниндәйҙер ауыртыныу һиҙәһегеҙ икән, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, үҙаллы дауаланыуға юл ҡуймағыҙ,—тигән кәңәштәре менән уртаҡлашты Айбулат Тимербулат улы.
Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә әле ике табип-хирург, хирург-травмотолог иҫәпләнә, бүлектә бөтәһе 45 медперсонал эшләй. Баймаҡ, Йылайыр райондарын хеҙмәтләндергән бүлектә 50 койка-урын иҫәпләнгән. Хирургия бүлеге заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, УЗИ, ренгент ошонда уҡ үткәрелә.
Юғары категориялы табип-хирург Айбулат Иманов ҡатмарлы һәм планға ярашлы операцияларҙан ваҡыт табып, даими рәүештә белемен камиллаштыра: медицина йүнәлешендәге вебинар, онлайн курстарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша, тәжрибәле ғалимдарҙың фәнни эштәрен өйрәнә.