Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ғинуар , 15:00

Психиатрия бүлеге асыла

«Атайсал» гәзитенең 2-се һанында Сибай ҡалаһында яңы психиатрия бүлеге асылысағы хаҡында хәбәр иткәйнек. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов капиталь ремонт барған объектта булып, төҙөүселәр, хеҙмәткәрҙәр, үҙәк ҡала дауахаһы етәкселеге менән менән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Яңы психиатрия бүлеге Сибай ҡалаһы Чайковский урамының 15-се йортонда (элекке балалар инфекция дауаханаһы) урынлашҡан. Уны 2026 йылдың тәүге кварталында асыу күҙаллана. Быға ҡәҙәр Белов урамында эшләп килгән психиатрия бүлеге бинаһы авария хәлендә тип табылғанлыҡтан, сирлеләр Өфө, Белорет ҡалаларында дауаланды.

Психиатрия бүлеге асыла
Психиатрия бүлеге асыла

Сергей Озерцов белдереүенсә, был проект Сибай медицина округының (округҡа Урал аръяғы райондары дауаханалары инә) медицина инфраструктураһын яҡшыртыуҙа мөһим аҙым буласаҡ.

Бинала төҙөлөш эштәре графикка ярашлы атҡарыла. Палаталарҙа буяу эштәре тамамланған, шулай уҡ сантехника һәм яҡтыртыу системаһы тулыһынса алмаштырылған, булдырылған шарттар заманса стандарттарға яуап бирә. Медицина учреждениеһы төбәк халыҡына киң спектрлы хеҙмәттәр тәҡдим итәсәк.

-Үҙәк дауаханаға баш табип булып тәғәйенләнгән мәлдән алып психатрия бүлеге кәрәклеген һорап бик күптәр мөрәжәғәт итте. Әле бинала капиталь ремонт ахырына яҡынлаша. Февраль айында эшмәкәрлекте башлауға лицензия алһаҡ, мартта бүлек үҙ ишектәрен асыр, тип күҙаллайбыҙ,--тине Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин.-Сергей Озерцов эшебеҙҙе ҡарап сыҡты һәм лайыҡлы баһа бирҙе. Башлыҡ психотерапия бүлегенән тыш, физиотерапия бүлеген асыуҙы ла өҫтөнлөклө мәсьәлә итеп ҡуя. "Оҙайлы әүҙем ғүмер" милли проектына ярашлы физиотерапия бүлеген иһә яҡынса март айының икенсе яртыһында асырға иҫәп тотабыҙ. Әлегә бөтә көс психиатрия бүлегенә йүнәлтелгән.

Яңы бүлек 95 урынға иҫәпләнгән. Был Башҡортостан Республикаһындағы иң ҙур психиатрия учреждениеларының береһе булып, Урал аръяғында медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртасаҡ.

Сибай үҙәк дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Марина Игошина әйтеүенсә, медицина персоналына ҡытлыҡ булмаясаҡ. Штат 35 кешене үҙ эсенә ала. Табиптар,

шәфҡәт туташтары, санитарҙар етерлек тупланған. Был тармаҡта һәр кем эшләй алмай, шуға күрә элекке психиатрия бүлегендә эшләүселәргә өҫтөнлөк бирелә.

Бында тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙан тыш, шулай уҡ амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте лә буласаҡ. Яңы бинаға әле Белов урамында урынлашҡан наркология бүлеге күсәсәк. Медицина учреждениеһы ике хеҙмәттең—психиатрия һәм наркология бүлектәренең эшен оптималләштереүгә булышлыҡ итә.

-Психиатрия, наркология бүлектәренең бер урында булыуын күптән көттөк. Был халыҡ өсөн дә бик уңайлы буласаҡ,--тине Сибай үҙәк дауаханаһының наркология бүлеге мөдире Юлиә Харисова.

Сибай үҙәк дауаханаһының табиб-психиатры Эльвина Ҡоланбаева әйтеүенсә,

психик ауырыуҙар стационарҙа уртаса ике ай ваҡыт дауаланасаҡ.

-Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин һүҙендә торҙо. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эште урынынан ҡуҙғатты, кәрәкле инстанцияларға психиатрия бүлеге кәрәклеген иҫбатлай алды һәм күреүегеҙсә, осона сығып килә. Етәксенең тырышлығына, сослоғона күп нәмә бәйле. Артабан да эшенең гел ыңғай барыуын теләйбеҙ!—тип һүҙен йомғаҡланы табиб-психиатр Эльвина Ҡоланбаева.

Гөлдәр Ҡадаева.

Психиатрия бүлеге асыла
Психиатрия бүлеге асыла
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас