1966 йылда Ленинград педиатрия медицина институтының балалар хирургияһы кафедраһына аспирантураға уҡырға инә. Унда табип кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1966 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтында (әлеге университет) тәүге тапҡыр асылған балалар хирургияһы кафедраһына ассистент иеп тәғәйенләйҙәр. 1985 йылда доцент итеп һайлана.
Ленинградта алған фундаменталь белемен һәм тәжрибәһен табип Республика балалар клиник дауаханаһы нигеҙендә балалар хирургияһы үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Шәрифйән Сәғиҙулла улының балалар хирургияһы тармағында, аныҡ итеп әйткәндә, яңы тыуған сабыйҙар хирургияһы, тыуған сирле балалар, экстрен, торакаль, паразитар хирургия, онкология бүлеге үҫешенә тос өлөш индерә.
Уның тарафынан яңы, заманса диагностика алымдары һәм хирургик дауалау ысулдары ғәмәлгә ашырыла. Ул республиканың иң алдынғы балалар хирургтарының береһе булып таныла, тәжрибәле һәм талапсан педагог була. Республика ҡала һәм райондарында докладтар менән сығыш яһай, үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Коллегалары, студенттар, ата-әсәләр араһында ҙур абруй менән ҡаҙана.
Оло йәшендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара, ҡатмарлы операциялар яһай.
«Республиканың 100 исеме» исемлегендә беҙҙең яҡташыбыҙ Шәрифйән Ишемов Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, республика балалар клиник дауаханаһының Почетлы докторы маҡтаулы исемдәренә лайыҡ. 134 ғилми эш авторы Шәрифйән Сәғиҙулла улы хирургик дауалауҙа һәм диагностикалауҙа заманса алымдар индергән алдынғы ҡарашлы табиптарҙың береһе булды. Ул Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Днепропетровск, Тбилиси, Барнаул, Сәмәрҡәнд һәм башҡа ҡалаларҙа, хатта күп кенә сит илдәрҙә уҙған фәнни-ғәмәли кәңәшмәләрҙә ҡатнашҡан билдәле хеҙмәткәр.
Ул төрлө кимәлдәге кәңәшмәләрҙә актуаль мәсьәләләр буйынса сығыш яһай, шул иҫәптән эхинококкоз, онкология таралыуының сәбәптәрен асыҡларға тырыша.
Ш.С.Ишемовтың ҡаҙаныштарын һанап ҡына уның шәхесен тулыһынса асып бөтөп тә булмай.
Республикала балалар хирургияһына нигеҙ һалыусы Шәрифйән Сәғиҙулла улы Ишемовтың исеме һаулыҡ һаҡлау үҫеше тарихына эре хәрефтәр менән яҙыдған. Уның яҡты иҫтәлегенә республика балалар клиник дауаханаһы бинаһына таҡтаташ ҡуйыуҙары ла арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өлгөһө.
Таҡтаташ асыуҙа ҡатнашыусылар билдәле табиптың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә индергән баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәрен баһаланы, кешелекле, кеселекле булды тип тик яҡшы яҡтан иҫкә алды.
Мемориал таҡтаташты асыу тантанаһында Сибай ҡалаһынан инициатив төркөм ағзалары, яҡташтары—Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, күп һанлы туғандары, яҡындары ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының
Демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Сәлиә Мырҙабаева башланғысы менән башланған изге эш—Шәрифйән Сәғиҙулла улы Ишемоатың исемен мәңгеләштереү дөйөм көс менән ғәмәлгә ашты.
Айрат Йыһаншин.