-Ысынлап та, беҙҙең шифахана ял итергә һәм сәләмәтлектәрен нығытырға теләүселәргә 9 төрлө программа тәҡдим итә. Бына улар: шәкәр диабетын дауалау һәм профилактикалау, сәләмәт быуындар, ковидтан һуң өҙлөгөүҙе дауалау, сәләмәт умыртҡа, сәләмәт йөрәк, антистресс, әсә һәм бала, стандарт, ир-егеттәр сәләмәтлеге. Хаҡтар сағыштырмаса ҡыйбат түгел һәм төрлө ташламалар ҡаралған,--шифаханала сентябрь айынан алып эшләгән табип-терапевт, гериатр Рида Мөбәрәк ҡыҙы Өмөтбаева.-Беҙҙә төрлө категорияға ҡараған кешеләр ял итә: ололар ҙа бар, йәштәр ҙә, урта быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа килә.
Оҙаҡ йылдар Сибай үҙәк дауаханаһында эшләгән табип әйтеүенсә, дауаханалағы эш менән шифаханалағы эш айырыла.-Дауаханала дауалайбыҙ, ә бында профилактикалау эше алға ҡуйыла, пациенттар ҙа башҡа. Бында реабилитация үтергә, сәләмәтлектәрен нығытырға киләләр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре лә реабилитация үтә. Медицина ҡорамалдары ла заманса, дауалау саралары ла төрлө-төрлө һәм файҙалы. Әйтәйек, физкабинет бында ғына бар. Шуға ла унан кеше өҙөлмәй: магнит терапияһы, УВЧ, элетрофорез менән дауаланырға теләүселәр беҙгә йөрөп бағына.
Кабинет медицина ҡоролмалары менән тейешле кимәлдә йыһазландырылған. Тау һауаһы Мәсетлелә бар ҙа, беҙҙә эшләй. Ул үпкә, тын юлдары сирҙәре менән яфаланғандарҙы дауалағанда бик кәрәкле,--ти Рида Мөбәрәк ҡыҙы шифахананың өҫтөнлөктәрен барлап.
Бында Урал аръяғынан ғына түгел, тотош республиканан, хатта күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә күпләп килеп бағыналар. Ял итеүселәр шифахананың йәшәгән урындарына яҡын, йәнә хаҡы сағыштырмаса арзан, етәкселектең, медицина хеҙмәткәрҙәренең асыҡ йөҙлө, үҙ эштәрен белеп, сифатлы итеп башҡарыуҙарына ҡарап та күпләп йүнәлтмәләр һатып ала.
Туҡланыуҙы ла айырым билдәләп китергә кәрәк: ашханала үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектән, хәләл ризыҡтан тәмле итеп аш-һыу яраштыралар. Милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирелеүен дә ял итеүселәр оҡшата.
Сәләмәтлектәрен нығытырға теләүселәргә күп төрлө медицина хеҙмәттәре тәҡдим ителә: массаж, спелеотерапия, физиотерапия, 10 төрлө дауалау ваннаһы, Шарко душы, ҡойо менән дауаланыу, парафин, аромафитотерапия, энә менән дауалау, гирудотерапия (һөлөк һалыу), апитерапия (бал менән дауалау), физдауаланыу, кедр мискәһе төнәтмәһендә бығып ултырыу, тау һауаһын һулау. Дискомфортты һәм ҡурҡыу тойғоһон дауалау физкультураһы, бассейнда йөҙөү тренажер, бильярд залдарында шөғөлләнеү бөтөрә.
Путевка хаҡына 5 тапҡыр ашау, комплекслы дауаланыу, йәшәү инә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һауыҡтырыуға айырым иғтибар бүленеп кенә ҡалмай, бөтә яҡшы нәмә яугирҙәргә тигән талап ҡуйыла. Улар республика программаһына ярашлы 14 көн бушлай дауалана.
-Яугирҙәрҙе дауалау программаһы бик күп процедураларҙы үҙ эсенә ала. Әгәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙе ял итә алмаһа, путевканы ата-әсәһенә, ҡатынына бирә ала. Был программа менән яугир йәки уның ғаиләһе бер тапҡыр ғына файҙалана ала,--ти Рида Мөбәрәк ҡыҙы.
Күптән түгел шифахана етәкселеге МОК—эсәкте мониторлы таҙартыу аппаратын яңыртҡан.
-МОК ярҙамында йыуан эсәкте һәм тотош организмды таҙартырға мөмкин. Аҙ хәрәкәт итеү, һыуҙы тейешле миҡдарҙа эсмәү, майлы ризыҡ ашау, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирмәү эсте ҡатыра. Был проблема менән беҙгә башлыса оло йәштәгеләр, тире ауырыуҙары—псориаз, экзема, аллергия менән яфаланыусылар мөрәжәт итә,--ти дөйөм профиль шәфҡәт туташы Әлфиә Баймырҙина.-Бынан тыш мин умыртҡа һөйәген тартыу, пресс, озон терапиялары, дауалау физкультураһы кеүек процедуралар уҙғарам.
Күп кенә ата-әсәләр балаларының иммунитеты нығынһын өсөн төрлө процедураға йөрөтә. Шулай уҡ тоҙ шахтаһы ла тын юлдарын дауалай, киңәйтә. Тоҙ шахтаһынан сыҡҡас урында аяҡҡа массаж яһау ҡоролмалары, нуга-бест ҡуйылған, ошонда уҡ балалар майҙансығы булыуы ла уңайлы. Кедр мискәһен дә бер йыл элек урынлаштырғандар. Шулай уҡ бында умыртҡа һөйәге менән яфаланыусыларҙы ла дауалайҙар. Йәғни, умыртҡа һөйәген турайтыу мөмкинлеге биргән махсус ҡоролма бар. Ҡойо менән төрөнөп ятыу ҙа файҙаға. Махсус ҡойоно сит тарафтарҙан ташыйҙар. Парафин һалдырып та һаулыҡты нығытырға мөмкин.
-Беҙҙә үҙ эшен яратҡан табиптар, шәфҡәт туташтары, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һәр береһе эшен яҡшы белә һәм ял итеүселәр ҡәнәғәт ҡалһын өсөн бар тырышлығын һала. Табип-терапевт, невролог, уролог ҡабул итә, ультратауыш ярҙамында тикшеренеү үтергә, анализдар тапшырырға мөмкин. Кардиолог Карниевич Ләйсән Наил ҡыҙы рефлексотерапия уҙғара, массажистар бар. Адаптив физкультура буйынса инструктор Виолетта Рассадникова үҙенә йөрөүселәрҙән башта күнекмәләр яһатып тәндәрен яҙып, ҡыҙҙырып ала һәм бассейнға алып бара,--ти табип-терапевт Рида Өмөтбаева.
Ысынлап та, бындағы мөхит, хеҙмәткәрҙәр тәнде лә, йәнде лә дауалауын күрҙек.
Ял итеүселәрҙең фекерҙәрен дә белдек.
Мәрзиә Фазлетдинова:
-Силәбе өлкәһенән 37 кеше бағынырға килдек. Йүнәлтмәне халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенән бушлай биреләр. Сибай ҡалаһы, «Урал аръяғы» шифаханаһында ял итеү ныҡ оҡшай. Иртәнсәктән төшкә ҡәҙәр процедуралар алабыҙ. Ашау яҡшы, ашнаҡсылар шул тиклем тәмле итеп бешерә, порциялары ҙур, күп итеп һалып биәрәләр. Кис артистар килеп концерт ҡуя. Филармонияға концертҡа ла алып барҙылар. Бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Барыһына ла яҡты йөҙҙәре, тырыш хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт!
Мөнирә Ғөбәйҙуллина:
-Төйәләҫ ҡасабаһында йәшәйем. Икенсе тапҡыр ял итәм. Быуындарым һыҙлай, бындағы дауаланыу килеште, шуға ла ҡабаттан килдем.
Александр Данилович:
-Ир-егеттәр 50-55 йәшкә тиклем һаулығын ҡаҡшатыу өсөн бөтәһен дә эшләй. Унан һуң инде сәләмәтлек эҙләп шифаханаға йөрөй башлай. Сәләмәтлек эҙләп килдем, күмәк көс менән тергеҙеп маташабыҙ, табиптар, шәфҡәт туташтары ныҡ тырыша. Ҙур рәхмәт уларға! Буҙа һатып алып эсәм. Организмды таҙарта, шуға ла уға өҫтөнлөк бирәм.
Әйткәндәй, «Урал аръяғы» шифаханаһы 15-30 декабрҙә балалар өсөн Яңы йыл иртәлектәренә заявкалар ҡабул итә. 27 декабрҙә өлкәндәр өсөн банкет залында 5-22 кешегә иҫәпләнгән яңы йыл кисәһе ойошторола.
«Урал аръяғы» шифаханаһы 2026 йылдың 2 ғинуарынан эшләй, йәғни, ял итеүселәр ҡабул итә башлай.
Гөлдәр Ҡадаева.