Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Ноябрь 2025, 14:25

Киҙеүҙән һаҡланайыҡ

22 һәм 29 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем республиканың амбулатор-поликлиника учреждениеларында прививка эшләтергә була.

Киҙеүҙән һаҡланайыҡ
Киҙеүҙән һаҡланайыҡ

22 һәм 29 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем республиканың амбулатор-поликлиника учреждениеларында прививка эшләтергә була.

Үҙҙәре килә алмаған граждандарға өйҙә прививка яһатырға тәҡдим итәләр. Был хеҙмәт менән 60 йәштән өлкән, йөрәк, үпкә, шәкәр диабеты сирҙәренән һәм артыҡ ауырлыҡтан яфаланған пациенттар файҙалана ала.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь уртаһына республикала 1,5 миллиондан ашыу кеше гриптан прививка яһатҡан. Коллектив иммунитет булдырыу халыҡтың 60%, йәғни 2,4 миллиондан ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка эшләтергә кәрәк.

 

 

Сибай ҡалаһында грипҡа ҡаршы вакцинация кампанияһы дауам итә. Бөгөнгө көнгә 28600 кеше, шул иҫәптән 9505 бала прививка яһатҡан. Поликлиникала (230-сы кабинет) бушлай вакцинацияға яҙылырға мөмкин. Үҙәк ҡала дауаханаһында «Совигрипп» һәм «Флю-м» вакциналары бар, ә балалар һәм йөклө ҡатындар өсөн «УльтриксКвадри» препараты тәғәйенләнгән.

 

Автор:
Читайте нас