Фәрихә Усман ҡыҙы Силәбе өлкәһенең Лесное ауылында тыуған. 1975 йылда Троицк медицина училищеһын тамамлағас Бөтә Союз йүнәлтмәһе буйынса Ырымбур ҡалаһынына эшкә ебәрелә. Йәш ҡыҙ ҡалала яңы асылған оториноларингология бүлегендә операция шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ эшләп тәжрибә туплағас, тыуған яҡтарына ҡайта һәм дауахананың эндокринология бүлегенә юллана. Шул саҡта торбалар прокаты заводында эшләп йөрөгән Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы егете Өлфәт Сәйфетдиновты осрата һәм йәштәр бер-береһенә ғашиҡ була. Ауылын, Сибайын ныҡ яратҡан егет, ҡәйнә-ҡайныһы ошонда төпләнегеҙ тип торһа ла, кәләшен тыуған яғына алып ҡайта. Йәш ғаилә башлығы геолог-разведка предприятиеһына эшкә урынлаша, ҡатынын иһә үҙәк дауахананың лор бүлегенә дежур шәфҡәт туташы итеп алалар. Ул ваҡытта лор һәм офтальмология бүлектәре 2 ҡатлы бер бинала урынлашып, бер бүлек булараҡ эшмәкәрлек алып барған була. Тырыш, тилбер шәфҡәт туташының яҡшы эшләүен күргән йәш күҙ табибы Римма Афзалова уны үҙе айырымландырып алған күҙ ауырыуҙары бүлегенә эшкә ала. Шунан алып 43 йыл дауамында Фәрихә Усман ҡыҙы ошо бүлектән сыҡмай эшләй.
-Эшемде шул тиклем яратып башҡарам. Беҙҙә башлыса ололар дауалана, уларҙың һәр ҡайһыһына йылы һүҙ табырға, бөтә күңелемде биреп бағырға тырышам. Балалар ҙа төрлө күҙ йәрәхәттәре алып беҙҙә дауалана. Уларға ла айырым иғтибар бүләм,--ти шәфҡәт туташы, эше тураһында көндәр буйы һөйләй алыуына ишаралап.-Хеҙмәтем туранан-тура табиптар менән бәйле. Уларҙың күҙ ҡарашынан аңлап, нимә кәрәклеген беләм.
Фәрихә Усман ҡыҙы бергә эшләгән табиптар—Римма Шәрифйән ҡыҙы Афзалованы, Эльмира Сәлих ҡыҙы Юнысова мәрхүмәләрҙе һағынып иҫкә ала. Офтальмология бүлеге мөдире Амур Хөрмәт улы Моталлаповтың йәш кенә егет булып эшкә килеүен яҡшы хәтерләй. Әлеге табиптар—Илнур Таһир улы Сыңғыҙов, Алһыу Абрар ҡыҙы Ғайсиналарҙың оҫталығына һоҡлана. Шәфҡәт туташтары—Айһылыу Юлғотлина, Резеда Алламоратова, Фәниә Хафизова, Инна Салеевалар менән күптән бер ғаилә булып китеүҙәрен лә айырым баҫым яһай. Яңыраҡ ҡына медицина колледжын тамамлап эш башлаған йәш ҡыҙҙар Гөлиә менән Азалияны остаз булараҡ һөнәрҙәренең нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам итә.
-Ә ни өсөн һеҙ медицина юлын һайланығыҙ?—тип ҡыҙыҡһынып һораным әңгәмәсемдән.
-Бер туған ағайым Рәүел Садыҡов үҙе һөнәре буйынса ветеринар ине, ул миңә шәфҡәт туташы булырға тәҡдим итте. Ағайымдың һүҙен йыҡмауыма һәм ул теләгәнсә медицина юлын һайлауыма үкенмәйем. Һөнәремде ныҡ яратам һәм уның менән сикһеҙ ғорурланам,--ти Фәрихә Усман ҡыҙы.
Килен булып төшкән еренә таштай батыуына ла ҡыуана белгес.
-Әлбиттә, тыуған яғым һағындыра. Тик унда минең яҡындарым ҡалманы тиерлек. Бында минең ирем ерләнгән, 87 йәшлек ҡәйнәм бар, туғандар, ҡәйнештәрем еңгәй тип өҙөлөп тора. Улдарым Илнур, Шамил Сибайҙа тыуҙы, уҡыны. Минең тамырҙарым хәҙер бында,--ти әңгәмәсем, күңел төбөн бушатып.-Үҙ йортомда баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап иркенлектә йәшәйем. Эштән ҡайтҡас, үҙ хужалығымда мәж киләм. Концерт, театрҙарға йөрөргә лә ваҡыт табам. Ҡыш ҡулыма бәйләм алам. Йәй балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән гөр килеп үтеп китә.
Улдары икеһе лә техник һөнәр һайлаған. Береһе--Өфөнөң нефть, икенсеһе--авиация университетын тамамлаған. Килендәре лә шул уҡыу йорттарында белем алған. Ике улының да 3-әр балаһы бар, йәмғеһе 6 ейән-ейәнсәргә ҡартәсәй фәрихә Усман ҡыҙы. Өлкән улының игеҙәктәре малайҙар булһа, кесеһенең игеҙәк ҡыҙҙары үҫеп килә. Әйткәндәй, игеҙәк ейәндәре быйыл Өфө нефть университетына уҡырға ингән.
-Эшем, ашым, өйөм, балаларым, яҡындарым, туғандарым, коллегаларым бар! Шулар менән бәхетлемен. 70 йәшлек юбилейын билдәләгән ҡалабыҙ иҫ киткес матур! Донъя матур! Тик күрә белергә генә кәрәк. Тыныслыҡ ҡайтһа, тағы ла яҡшы булыр! Шуға өмөт итеп йәшәйек!—тип һаубуллашты уңған ҡатын, яҡшы белгес, остаз Фәрихә Сәйфетдинова.
Гөлдәр Ҡадаева.