Калий—нервы импульстарын тапшырыу һәм мускулдарҙы ҡыҫҡартыу өсөн кәрәкле иң мөһим минерал. Ул йөрәк, бөйөр эше, һөйәктәрҙең ныҡлығы өсөн яуаплы, ҡан баҫымын көйләй, шулай уҡ аҡһым синтезына һәм углеводтарҙы үҙләштереүгә булышлыҡ итә. Күп кенә продукттарҙа калий бар. Был минералдың бөтә организм өсөн мөһимлеген иҫәпкә алып, уларҙы үҙ рационына индерергә кәрәк.
Кешегә калий етмәһә, мускулдар көсһөҙләнә, тартыша, һыҙлана. Йөрәк эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһай, ритм боҙолоуы ихтимал. Тиҙ арыта, ял иткәндән һуң да үҙеңде хәлһеҙ тояһың. Һыу-тоҙ балансы боҙолоу сәбәпле, шешенеүҙәр барлыҡҡа килә. Аяҡ-ҡулдар ойоп йә семетеп тороуы ла, эс ҡатып йонсотоуы ла калийға дефецит булғанлыҡтан булыуы ихтимал.
Уның артыҡ булыуы ла яҡшы түгел. Йөрәк ауырыуына, эс ауыртыуына, диареяға, тын ҡыҫылыуға алып килеүе ихтимал. Уҡшыу, мускулдар хәлһеҙлеге, ҡан баҫымы түбәнлеге, аңдың буталыуы ла нәҡ шунан булырға мөмкин.
Калий йәшелсәләрҙә, емеш-еләктә, кипкән емештәрҙә, иттә, балыҡта, тәмләткестәрҙә һәм ашарға яраҡлы үләндәрҙә була. Уның кәрәкле тәүлек миҡдары кешенең йәшенә, физик хәленә бәйле: балаларға яҡынса 2000 мг, үҫмерҙәргә яҡынса 2300 мг, ололарға 2600-3000 мг.
Калий айырыуса кипкән өрөктә, ҡара емештә, ҡуҙғалаҡта, борсаҡта, шпинатта, петрушкала, кикән виноградта (кишмиш), сәтләүектәрҙә, ҡара ҡарағатта, бананда, бәшмәктәрҙә бар. Әгәр һеҙҙә был минерал артыҡ икән, киреһенсә был ризыҡтарҙы рациондан кәметергә кәрәк.
Организмда калий аҙмы-күпме икәнен белеү өсөн ҡан анализы бирергә була.
* Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.