Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Сентябрь 2025, 10:10

Медицина белгестәре әҙерләнә

Хәйбулла районында Сибай медицина колледжының филиалы үҙ ишеген асты. Бында 25 кешегә иҫәпләнгән бер бюджет бүлеге ойошторолған.

Медицина белгестәре әҙерләнә
Медицина белгестәре әҙерләнә

Хәйбулла районы үҙәгендә—Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалы асылды. Филиал И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында урынлаша, ә студенттарҙы практик уҡытыу Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы базаһында үтәсәк.

Яңы филиалда 9-сы класты тамамлаусылар өсөн «Шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса 25 кешегә иҫәпләнгән бер бюджет төркөмө ойошторолдо. Был үҙ тормошон медицина менән бәйләргә һәм кешеләргә ярҙам итергә теләүселәр өсөн бик яҡшы мөмкинлек.

Уҡыу йорто практик әҙерлек өсөн заманса кабинеттар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ буласаҡ профессиональ эшмәкәрлеккә нигеҙ бирерҙәй махсус майҙансыҡтар ҡаралған.

 

Был йәштәр өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Йорттан йыраҡ китмәй генә престижлы һөнәр алырға була.

Уҡыу йорто филиалын асыу — «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының бер йүнәлеше.

#НацПроект

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас