Шулай уҡ хәҙер ауыл фельшерҙары сирлеләрҙе үҙҙәре үк район үҙәк дауаханаһында ҡабул иткән табиптарға сиратҡа ҡуя, ошонда уҡ кәрәкле анализдарҙы ала, ЭКГ үткәрә. Элекке кеүек ауыл халҡы алдан сират көтөп, табипҡа күренә аламмы–юҡмы тип борсолоп сиратта ултырмай. Яҙылған сәғәтенә кәрәкле белгесенә бара һәм уға күренеп ҡайта.
-Үрге һәм Түбәнге Таһир ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәм, бөтәһе 535 кеше иҫәптә тора, шуларҙың 111-е--17 йәшкә тиклемгеләр. Бер йәшкә тиклем дүрт бала бар, дүрт ҡатын-ҡыҙ йөклөлөк буйынса иҫәптә тора. Күберәк халыҡ йөрәк–ҡан тамырҙары, онкология сире менән мөрәжәғәт итә, көнөнә яҡынса 27 кеше килә. Дүрт кеше түшәктә ята, уларға даими рәүештә йорттарына йөрөйөм. Әгәр ҙә ауырыуҙы тиҙ арала район дауаханаһына илтергә кәрәк булһа, Темәстән «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыртабыҙ. Ауыл халҡына шуны әйтер инем: сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны ваҡытында киҫәтеү яҡшы. Үҙ һаулыҡтарына битараф булмаһындар, ваҡытында диспансеризация үтһендәр, йылына бер тапҡыр булһа ла табипҡа күренһендәр. Шуныһы күңелде ҡыра: эскелек менән мауыҡҡан ҡатындар бар, уларға профилактика ла, киҫәтеү ҙә ярҙам итмәй,–ти Ильяс Риф улы, борсолоп.
Бала саҡтан аҡ халат кейергә хыялланған егетең теләге тормошҡа ашҡан. Бәләкәйҙән бесәйенә операция эшләп, гипс һалған кеүек аяғын һауыҡтырған Ильяс Ҡунаҡбаев хирург булырға теләй, тик был уйы ғына тормошҡа ашмай ҡала. Әммә үкенмәй, «әле мин фельдшер ҙа, хирург та, гинеколог һәм психолог та»,–тип йылмая. Кем белә, бәлки, уның хыялын киләсәктә улдары тормошҡа ашырыр.
Әйткәндәй, ауылдың фельшер– акушерлыҡ пункты мәктәптең бер мөйөшөндә урынлашҡан. Район етәкселеге Таһир ауылында бар талаптарға яуап биргән заманса ФАП төҙөләсәген вәғәҙәләгән, тимәк яҡын йылдарҙа яңы медицина объекты сафҡа инер, тигән ышаныс бар.
Әйткәндәй, Башҡортостан халҡы оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт булһын өсөн бөтә шарттар ҙа етерлек. Төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы был юҫыҡта бихисап уй-маҡсаттарҙы бойомға ашыра. Һаулыҡ һаҡлау тармағына туҡтауһыҙ аҡса йүнәлтеүе шуға асыҡ миҫал. Республикабыҙҙа «Әүҙем оҙон ғүмер» һәм «Һаулыҡ һаҡлауҙың яңы технологиялары» милли проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә беренсел звеноны үҙгәртеп ҡороу йылдам алып барыла. Һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына, медицина учреждениеларына капиталь ремонт үткәреү, уларҙы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, автотранспорт менән тәьмин итеү һәм башҡалар шуға асыҡ дәлил. Беҙҙә дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөлә, фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа индерелә.
Кәримә Усманова.
Автор фотоһы.