Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Август 2025, 15:20

«Сәләмәтлек поезы»--Йылайырҙа

Алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр медицина тикшереүе үтһен һәм тар йүнәлешле белгестәрҙән ярҙам алһын өсөн Башҡортостан буйлап «Сәләмәтлек поезы»  үҙ эшен дауам итә. Күсмә медицина комплекстары ауылдарға график буйынса йөрөй. Һаулығын теләгән һәр кеше тикшертә ала.  Әлеге ваҡытта, йәғни 25 июлдән 12 авгусҡа ҡәҙәр «Сәләмәтлек поезы» Йылайыр районында халыҡты ҡабул итә. 6 августа күсмә поезд Ҡыҙҙар-Биргән, 7 һәм 8 августа Матрайҙа, 11-12 августа Яманһаҙ ауылында була. Автопоезд составына табип-терапевт, невролог, онколог, акушер-гинеколог, стоматолог, педиатр, УЗИ белгесе, фельдшерҙан тыш Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының күсмә маммогарфы, Йылайыр район үҙәк дауаханаһының күсмә ФАП-ы инә.  -Был акция социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы, хроник йоғошло булмаған ауырыуҙар хәүефе факторҙарын иртә асыҡлау маҡсатында ауыл халҡына медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырыу өсөн үткәрелә. Медицина тикшереүҙәре бушлай. Белгестәргә алдан яҙылырға ла кәрәкмәй--ҡабул итеү сират тәртибендә уҙғарыла. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк,--тип белгертә үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

«Сәләмәтлек поезы»--Йылайырҙа
«Сәләмәтлек поезы»--Йылайырҙа

«Сәләмәтлек поезы» «Һаулыҡ һаҡлауҙың яңы технолгриялары», «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекттарына ярашлы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса йөрөй. Был заманса техника--флюорографтар, маммографтар, диагностика үҙәктәре, стоматология кабинеттары һәм башҡалар, шулай уҡ иң яҡшы табиптар, шул иҫәптән һирәк осраған һөнәрҙәр--неврологтар, урологтар, стоматологтар менән йыһазландырылған күсмә мобиль комплекстар.

Гөлдәр Кадаева.



 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас