Меңъяпраҡ витамин-дарға, аминокислоталарға, органик кислоталарға, эфир майҙарына, микро-элементтарға бай. Унан әҙерләнгән ванна тынысландыра, тәндәге артыҡ һыуҙы ҡыуып сығара, нер-вы системаһын нығыта, яраларҙы уңалта. Шулай уҡ тән тартышҡанда, тире ауырыуҙарынан фай-ҙаланыла.
Киҙеү мәлендә, һалҡын тейгәндә, гастрит, энтерит, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәре йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡан баҫымын да төшөрә. Артыҡ тән ауырлығын кәметергә ярҙам итә.
Был үлән ирҙәр һаулығы өсөн дә, ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн дә файҙалы. Мәҫәлән, гүзәл заттарға менопауза ваҡытында һәм күрем күп булғанда меңъяпраҡ сәйен эсергә кәңәш ителә. Сәй түбәндәгесә эшләнелә: 1 аш ҡалағы ҡоро үләнгә 250 грамм ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтәләр. Унан һөҙөп алалар. Бындай сәйҙе көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 30 минут алда эсергә кәрәк.
Меңъяпраҡтың яңы һығыл-
ған һутын, ҡайнатылған һәм спиртта әҙерләнгән төнәтмәһен файҙаланырға мөмкин. Тик мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә һәм сама тигән нәмәне онотмаҫҡа кәрәк.