АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
29 Май 2025, 05:45

Йәш табиптарға ышаныс күрһәтелә

Һуңғы йылдарҙа район дауаханаларына йәш табиптарҙың эшкә ҡайтыуы матур күренешкә әйләнә бара. Был йәһәттән Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы өлгө булып тора, медицина учреждениеһы йыл һайын йәш белгестәр сафы менән тулылана. Шундай йәш табиптар менән беҙгә лә аралашырға тура килде. Улар—Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының терапия бүлеге мөдире Илгиз Яҡшыбаев һәм көндөҙгө станционар бүлеге етәксеһе Айтуған Иҫәндәүләтов. Уларҙың икеһе ле табип-терапевт, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған белгестәр.

Йәш табиптарға ышаныс күрһәтеләЙәш табиптарға ышаныс күрһәтелә
Йәш табиптарға ышаныс күрһәтелә

—Табип һөнәренә нисек килдегеҙ?
Илгиз: Уйламағанда тип әйтергә мөмкин. Табип булырға минең менән булған бәхетһеҙ осраҡ ярҙам итте тиһәм дә була. Ҡышҡы каникул ваҡытында саңғыла шыуғанда аяғымды йәрәхәтләп, байтаҡ ҡына дауахана койкаһында ятырға тура килде. Шул саҡта аҡ халатлы табиптарҙың кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн ни тиклем изге эш башҡарыуҙарын үҙ күҙҙәрем менән күреп, һауығып сыҡҡан сирлеләрҙең уларға рәхмәт әйтеүҙәренә шаһит булдым. Ауыр операциянан һәм бөтә кәрәкле процедураларҙы үткәндән һуң миндә лә кешеләргә ярҙам итеү теләге тыуҙы һәм ғүмеремде медицинаға бағышларға ҡарар иттем.
2013 йылда Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбен тамамлап, документтарымды Өфө дәүләт медицина университетының дауалау факультетына тапшырҙым.
Айтуған: Мин бала саҡтан табип булырға хыялландым. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се интернатында 10-11-се кластарҙа белем алдым, тап шул саҡтарҙа медицина университетына уҡырға инеүемде ныҡлап белеп, имтихандарға әҙерләндем. Табип һөнәрен һайлауға аңлы рәүештә килдем һәм тап ошо һөнәргә эйә булдым.
—Баймаҡ үҙәк ҡала дауа-ханаһында эш башлауығыҙ ике-геҙҙең дә ковид осорона тап килгән. Тәүге «сирҡаныс»ты ярайһы уҡ ауыр шарттарҙа алғанһығыҙ. Ул ваҡытты хәтергә алһаҡ, табип һөнәрен һайлауҙа бер аҙ ҡурҡыу ҙа, үкенеү ҙә булманымы?
Илгиз: Студент ваҡытта уҡ, 2019 йылда, хеҙмәт юлымды Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының калопроктология бүлегендә медбрат булып башланым. Артабан белемемде «Терапия» һөнәре буйынса ординатурала дауам иттем. 2020 йылда, пандемия шарттарында, Баймаҡ ҡала поликлиникаһында табип-терапевт булып эш башланым. Әлбиттә, ул ваҡытта эш еңел булманы. Бер нисә тапҡыр ковид госпиталендә эшләргә лә тура килде, сирлеләрҙе поликлиниканан тыш, өйҙәренә йөрөп ҡабул ителде. Юҡ, күңелдә бер ниндәй ҙә үкенес тойғоһо ҡалманы, киреһенсә, тап пандемия осоронда бары тик һөнәремде дөрөҫ һайлағаныма йәнә бер тапҡыр инандым.
Айтуған: Өфө дәүләт медицина университетын тамамлап, бер аҙ эшләгәндән һуң әрме хеҙмәтендә булып ҡайттым. Электән беҙҙең нәҫелдә ир-ат үҙенең ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш тигән яҙылмаған ҡанун йәшәй, шуға күрә минең әрмегә барыуымды барыһы ла шулай тейешле тип ҡабул итте. Бер йыл эсендә үҙ һөнәрем өсөн ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланым. Студент саҡта практиканы Баймаҡта үтергә тура килде һәм ундағы коллектив оҡшаны, үҙҙәре лә эшкә ҡайтыуымды теләне. 2020 йылда Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында участка табибы-терапевт булып эш башланым. Ысынлап та, пандемия осорона тура килдек, ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта бик киҫкен осор ине ул йылдар. Беренсенән, поликлиникала ҡабул итегә тура килә, йорттарға йөрөйбөҙ, вахта ысулы менән (икешәр аҙналап) Темәс, Түбә, Иҫке Сибай ауыл табип амбулаторияларында сирлеләрҙе ҡабул итеүҙәр ойошторола. Икенсенән, ҡайһы бер сирленең өйөнә барып, уларҙы ковид госпиталдәргә ятырға өгөтләп, хатта мәжбүр итеп ебәргән осраҡтар булды. Кемдер сирҙең аҙағы насар бөтөүен аңламай, госпиталдәргә барыуҙан баш тарта йә иһә урындар етешмәй. Бер нисә тәүлек өҫтөбөҙҙәге махсус кейемдәрҙе сисмәй, сирлеләр янында торорға тура килә ине. Әммә бер ваҡытта ла һөнәремде алмаштырыу йәки нишләп табип булдым, тип үкенгән саҡтарым булманы. Киреһенсә, тап пандемия осоро беҙҙе нығытты, көслө булырға өйрәтте, бигерәк тә һәр сир алдында ауырыу үҙен еңеп сыға, әгәр табиптың әйткәндәрен тыңлап, үҙе лә лә сәләмәтлеккә ҡаршы аҙым яһаһа тигән хәҡиҡәттең дөрөҫлөгөн иҫбатланы.
—Бөгөн һеҙ икегеҙ ҙә бүлек етәкселәре, табип-терапевт, ауырыу-
ҙарҙы ҡабул итеүҙәр ойоштора-һығыҙ. Барыһына ла өлгөрөп буламы? Һеҙҙеңсә, кем ул табип?
Айтуған: Мин етәкселек иткән көндөҙгө станционар бүлегендә төрлө сирлеләр дауалана. Кемдер тын юлдары сирҙәре менән мөрәжәғәт итһә, икенселәрен йөрәк-ҡан тамырҙары борсой
Коллективта эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ эшенә яуаплы ҡарай, беҙҙең төп бурыс—ауырыуҙың хәлен яҡшыртыу, уға бар яҡлап медицина ярҙамы күрһәтеү. Әммә табип булараҡ, һәр ваҡыт шуны әйтер инем: сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ. Шуға күрә табиптарға һуңғы сиктә түгел, ә ул саҡ ҡына борсой башлағас та мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ туҡланыу мәсьәләһенә лә иғтибарлы булырға саҡырыр инем, күп сирҙәрҙең башы дөрөҫ туҡланмауға ҡайтып ҡалыуын да онотмаһалар ине. Йышыраҡ хәрәкәт итһендәр, физик эш менән шөғөлләнеү ҙә һаулыҡ өсөн бик файҙалы.
Әгәр ҙә ваҡытыңды дөрөҫ бүлә белһәң, бар эштәргә ваҡыт табырға, үҙ өҫтөңдә лә эшләргә мөмкин. Табип белгәндәре менән сикләнеп кенә ҡалмай, ул даими эҙләнергә, үҫешергә тейеш.
Илгиз: Коллегамдың барлыҡ һүҙҙәре менән килешәм. Бөгөн ра-
йон һәм ҡала дауаханаларында эшләү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Заманса медицина аппараттары, ҡорамалдар бар. Кәңәш кәрәк икән, Өфө табиптары менән тиҙ генә бәйләнешкә инергә була, был осраҡта телемедицина ярҙамға килә. Үҙем етәкселек иткән терапия бүлегендә сирлегә медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Бөгөн кешенең нисек йәшәүе, уны уратып алған мөхиттең нисек булыуы, туҡланыуына тиклем сирҙе асыҡларға ярҙам итеүен бер табип та инҡар итмәй. Ауырыу бер көн эсендә барлыҡҡа килмәй, айырым осраҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, ул йылдар дауамында һеҙҙең организмда йәшәй һәм килеп бер көндә үҙен һиҙҙертеүе ихтимал. Шуға күрә үҙ һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ.
Кем ул табип тигән һорауға бик ябай итеп яуап бирергә була: ул һеҙҙең сирегеҙҙе генә түгел, ә күңелегеҙе лә дауалаусы. Мин һәр саҡ пациентты ҡарағанда һүҙ дауаһының да ни тиклем көслө булыуына иғтибар итәм, йән һәм тәнде бергә дауалағанда ғына ниндәйҙер кимәлдә яҡшы һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин.
—Ғаилә хәлдәрегеҙгә килгәндә
Айтуған: Кәләшем Ләйсән Рәүф ҡыҙы менән ике ул үҫтерәбеҙ. Ҡатыным сит телдәр уҡытыусыһы. Кем белә, бәлки Данил менән Надир ҙа киләсәктә минең юлды дауам итер.
Илгиз: Баймаҡ ҡыҙы Әлиә менән 2022 йылда өйләнештек. Ҡатыным һөнәре буйынса юрист.
—Буш ваҡыттарығыҙҙа нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? Яратҡан хоббиғыҙ бармы?
Айтуған: Ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында булырға тырышабыҙ. Тыуған яғыбыҙға ҡайтып Һаҡмарҙа һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ. Эштән саҡ ҡына ваҡыт булһа ла уны ғаиләм менән үткәрергә тырышам.
Илгиз: Минең хобби—гитара. Гитарала уйнарға яратам, йырлайым да. Эштәге көсөргәнештән һуң был музыка ҡоралы ярҙамға килә. Буш ваҡыттарҙы кәләшем менән бергә үткәрергә тырышам. Сәйәхәт итергә яратабыҙ, дуҫтар менән осрашырға, иң мөһиме—яныңда һөйгән йәрең, яҡындарың һәм дуҫтар барында бөтә ерҙә лә күңелле ял була.
Табиплыҡ һәләте—
Хоҙай тарафынан
бирелгән бүләк ул.
Күҙҙәрендә нур балҡып, дәрттәре ташып торған
йәш, өмөтлө,
ышаныслы аҙымдар менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә
үҙ урынын тапҡан аҡ халатлы, изге күңелле
табиптарға ҡарап,
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында,
ысынлап та үҙ эшенә
яуаплы ҡараған
йәш белгестәрҙең
булыуына һөйөнәһең.
Кәримә Усманова .

Йәш табиптарға ышаныс күрһәтелә
Йәш табиптарға ышаныс күрһәтелә
Автор:
Читайте нас