

Шифахана шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр ялын, уларҙы оҙайлы уҡыу йылынан һуң һаулығын дә хәстәрләп «Сәләмәт иммунитет» шифахана-курорт программаһы булдырған. 31 майға ҡәҙәр 6-17 йәшлек балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыу йүнәлтмәләренә 5 проценттан алып 15 процентҡа ҡәҙәр ташлама яһала.
-Йәйге каникул осоронда, йәғни 2 июндән 15 авгусҡа ҡәҙәр «Сәләмәт иммунитет» шифахана-курорт программаһы дауам итәсәк. Был арауыҡта беҙҙең шифаханала ял итергә теләүсе балаларға бүлмә бирелә, туҡланыу, бассейн, тоҙ шахтаһы, дауалау-физкультура комплексы, кислород коктейле менән дауалау процедуралары ҡарала. Шулай уҡ күңел асыу саралары ҡаралған. Ата-әсәләр өсөн был бик уңайлы ял төрө. Улар үҙҙәре эшкә киткәндә иртәнсәк балаларын беҙгә алып килеп ҡалдыра, көнө буйы бында булып, дауаланғандан, рәхәтләнеп ял иткәндән һуң, кис килеп ала,--ти шифахананың баш шәфҡәт туташы Нәсимә Иҙелбаева.
10 көн ял итеүҙең суммаһы ҙур тип иҫәпләүселәргә шифаханаға йүнәлтмә хаҡын партнер банктар аша процентһыҙ 6 айға, 1 йылға бүлеп түләү мөмкинлеге бирелә. Үрҙә әйтеүебеҙсә, хаҡлы ялдағыларға ташламалар ҙа ҡаралған. Етәкселек йәй айҙары ял итергә теләүселәр һаны ҡырҡа артыуға бәйле, путевканы алдан хәстәрләргә, йәғни, бронь ҡуйырға тәҡдим итә.
Шифаханала 2 табип-невролог, рефлексотерапевт, уролог, эндокринолог, терапевт ҡабул итә. Сәләмәтлектәрен нығытырға теләүселәргә күп төрлө медицина хеҙмәттәре тәҡдим ителә: массаж, спелеотерапия, физиотерапия, 10 төрлө дауалау ваннаһы, Шарко душы, ҡойо менән дауаланыу, парафин, аромафитотерапия, энә менән дауалау, гирудотерапия (һөлөк һалыу), апитерапия (бал менән дауалау), физдауаланыу, кедр мискәһе төнәтмәһендә бығып ултырыу, тау һауаһын һулау. Дискомфортты һәм ҡурҡыу тойғоһон дауалау физкультураһы, бассейнда йөҙөү тренажер, бильярд залдарында шөғөлләнеү бөтөрә.
Путевка хаҡына 5 тапҡыр ашау, комплекслы дауаланыу, йәшәү инә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һауыҡтырыуға айырым иғтибар бүленеп кенә ҡалмай, бөтә яҡшы нәмә яугирҙәргә тигән талап ҡуйыла. Улар республика программаһына ярашлы 14 көн бушлай дауалана.
-Яугирҙәрҙе дауалау программаһы бик күп процедураларҙы үҙ эсенә ала. Әгәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙе ял итә алмаһа, путевканы ата-әсәһенә, ҡатынына бирә ала. Был программа менән яугир йәки уның ғаиләһе бер тапҡыр ғына файҙалана ала,--ти «Урал аръяғы» шифаханаһының табип-терапевты Фирүзә Йәнбәкова. -Әлеге көндә беҙҙә яугирҙәрҙең ата-әсәләре, ғаиләләре ял итә. Путевка юллау өсөн бик күп документтар йыйыу кәрәкмәй.
Шифаханаға ял итергә килеүселәр уңайлы бүлмәләргә килеп урынлашҡандан һуң иң башта уларҙы табип-терапевт Фирүзә Әғзәм ҡыҙы Йәнбәкова ҡабул итә. Ул һәр кемгә сәләмәтлеге торошона ҡарап, шәхсән дауаланыу процедуралары яҙа. Дауаланыу араһында 30 минут ял ҡаралған. Ял итеүселәр күберәк һау быуындар, шәкәр диабеты, ковид өҙлөгөүен бөтөрөү, стандартлы, ял көнө туры, ир-егеттәр сәләмәтлеге программаларына өҫтөнлөк бирә.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы һуңғы арала "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы тау һауаһы
аппаратын һатып алған. Ундай аппарат республикала 2-әү генә булһа, тотош ил буйынса 7 шифаханала ғына бар. Ул үпкә, тын юлдары сирҙәре менән яфаланғандарҙы дауалағанда бик кәрәкле. Күп кенә ата-әсәләр балаларының иммунитеты нығынһын өсөн ошо процедураға йөрөтә. Шулай уҡ тоҙ шахтаһы ла тын юлдарын дауалай, киңәйтә. Тоҙ шахтаһынан сыҡҡас урында аяҡҡа массаж яһау ҡоролмалары, нуга-бест ҡуйылған, ошонда уҡ балалар майҙансығы булыуы ла уңайлы. Кедр мискәһен дә былтыр декабрҙә урынлаштырғандар. Озон, пресс терапияһы ла дауалауҙың яңы йүнәлештәре. Шулай уҡ бында умыртҡа һөйәге менән яфаланыусыларҙы ла дауалайҙар. Йәғни, умыртҡа һөйәген турайтыу мөмкинлеге биргән махсус ҡоролма бар. Ҡойо менән төрөнөп ятыу ҙа файҙаға. Махсус ҡойоно Екатеринбург яғынан ташыйҙар. Парафин һалдырып та һаулыҡты нығытырға мөмкин. Физдауаланыу кабинетынан кеше өҙөлмәй, сөнки ҡала дауаханаһында хәҙер ундай бүлек юҡ. Шуға ла магнит терапияһы, УВЧ, элетрофорез менән дауаланырға теләүселәр бында йөрөп бағына.
«Урал аръяғы» шифаханаһы нимәһе менән алдыра?—тиһәгеҙ, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләренең сәләмәтлектәрен нығытыуға махсуслаштырылған республиканың 14 шифахана-курорттары исемелегенә инә. Бында яугирҙәрҙе һәм уларҙың яҡндарын дауалап ҡына ҡалмайҙар, хәстәрлек, иғтибар менән сорнайҙар. Сөнки, төрлө тән йәрәхәттәре, күңел йәрәхәте алған ир-егеттәрҙең рухын күтәреү, ҡеүәтләндереү үҙе ҙур эш. Әйтергә кәрәк, йыл башынан алып төбәк шифаханаларында 1,2 меңгә яҡын алғы һыҙыҡта йөрөүсе яҡташтарыбыҙ һаулыҡтарын нығытҡан. Республикабыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә шифаханаларға биргән путевкалар һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Яугирҙәр 14 көнлөк путевканы бүлеп тә ял итә ала, уның янында ҡатыны, башҡа туғаны ла була ала. Махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан ғаилә ағзалары ошондай ярҙам менән ҡуллана ала. Шулай уҡ 14 көндө берәрләп тә, 7-шәр көнгә бүлеп, парлап та ял итә алалар. Был ял, бағыныу ғына түгел, яҡын кешеңде онотмауҙары билдәһе лә. Шуны тағы берҙе айырым әйтеп үтәм: бында йәрәхәттәрҙе генә түгел, күңелде лә дауалайҙар,--тине эш сәфәре барышында «Урал аръяғы» шифаханаһында булған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльза Мансурова.
Ял итеүселәрҙең фекерҙәрен дә белдек.
Гөлсәсәк Халиҡова, уҡытыусы:
- Билем ныҡ ауыртҡанға бында бағынырға килдем. Умыртҡа һөйәгемде турайтыу, тартыу процедуралары ныҡ килеште. Массаж оҫтаһы Рәфҡәт Фәрит улы Йәнгировтың ҡулы бик ипле, һүҙе лә йөрәккә май булып ятты. Туҡланыу ҙа бик яҡшы. Ял итеү бүлмәләрендә лә, дауаланыу урындарында ла таҙалыҡ, тәртип. Етәкселәр, табиптар, хеҙмәткәрҙәр кешелекле, кеселекле, хәстәрлекле. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!
Галина Григорьевна Ковалева:
-Улым махсус хәрби операцияла. Уға тәғәйен путевкаға ярашлы ял итәм, бағынам. Сибайҙа йәшәһәм дә тәүге тапҡыр килдем. Быға ҡәҙәр нишләп белмәгәнмен икән тип үкенеп тә ҡуйҙым. Пресс терапияһы үтеү оҡшай. Ул аяҡ тамырҙарының көсөргәнешен ала. Озон ҡанды таҙарта, шул процедура ла бик файҙалы. Магнит терапияһы ла бик килешә. Бында ял итеү һәм дауаланыу--үҙе бер кинәнес.
Гөлдәр Ҡадаева.