—Беҙҙең шифахананың ял итеү программаһы бик күп төрлө. Әлеге ваҡытта мосолмандарҙың ураҙа то-тоуын, христиандарҙың пост үтәүен иҫәпкә алып, уларға айырым меню төҙөнөк. Тағы шуныһы: беҙҙә бөтә аҙыҡ-түлек тә хәләл сертификатлы,—ти «Урал аръяғы» шифаханаһы директорының үҫеш буйынса урынбаҫары Азамат Байрамғолов.—10 көн ял итеүҙең суммаһы ҙур тип иҫәпләүселәргә шифаханаға йүнәлтмә хаҡын парт-нер банктар аша процентһыҙ 6 айға, 1 йылға бүлеп түләү мөмкинлеге бирелә. Хаҡлы ялдағыларға ташламалар ҙа ҡаралған. Яҙ, йәй айҙары ял итергә теләүселәр һаны ҡырҡа арта, шуға күрә алдан путевка хәстәрләргә, йәғни бронь ҡуйырға саҡырам. Йәйге каникулда иһә йылдағыса балаларҙы һауыҡтырыу программаһы буйынса эшләйәсәкбеҙ.
Путевка хаҡына 5 тапҡыр ашау, комплекслы дауаланыу, йәшәү инә. Комплекслы дауланыу иһә үҙе эсенә массаж, ҡойо, физдауаланыу, ЛФК, бассейн, үлән сәйҙәре, коктейль эсеү, парафин, кедр мискәһе төнәтмәһендә бығып ултырыу, тау һауаһын һулау, төрлө душтар, ванналар ҡабул итеүҙе һәм башҡаларҙы ала.
Яҙғы каникул мәлендә уҡы-тыусыларҙы, ата-әсәйҙәре менән балаларҙы көтөп ҡалалар. Шифахана етәкселеге республика, ҡаланың мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренең профкомдары менән төҙөгән килешеүҙәренә ярашлы, ошо өлкә хеҙмәткәрҙәренә, пенсионерҙарына путевкаға 15 процент ташлама яһай. Шифахана-курорт, амбулатор дауаланыусыларға ла ташлама ҡаралған. Быларҙың барыһы ла бюджет өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙе ҡайғыртып эшләнгән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һауыҡтырыуға айырым иғтибар бүленеп кенә ҡалмай, бөтә яҡшы нәмә яугирҙәргә тигән талап ҡуйыла. Улар республика программаһына ярашлы 14 көн бушлай дауалана.
—Яугирҙәрҙе дауалау программа-һы бик күп процедураларҙы үҙ эсенә ала. Әгәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙе ял итә алмаһа, путевканы ата-әсәһенә, ҡатынына бирә ала. Был программа менән яугир йәки уның ғаиләһе бер тапҡыр ғына файҙалана ала,—ти «Урал аръяғы» шифаханаһының табип-терапевты Фи-рүзә Йәнбәкова.—Әлеге көндә беҙҙә 7 яугир ял итә. Путевка юллау өсөн бик күп документтар йыйыу кәрәкмәй.
Шифаханаға ял итергә килеүсе-ләр уңайлы бүлмәләргә килеп урын-лашҡандан һуң иң башта уларҙы табип-терапевт Фирүзә Әғзәм ҡыҙы ҡабул итә. Ул һәр кемгә сәләмәтлеге торошона ҡарап, шәхсән дауаланыу процедуралары яҙа. Дауаланыу араһында 30 минут ял ҡаралған. Бында ял итеүселәр күберәк һау быуындар, шәкәр диабеты, ковид өҙлөгөүен бөтөрөү, стандартлы, ял көнө туры, ир-егеттәр сәләмәтлеге программаларына өҫтөнлөк бирә.
Яңылыҡтарға килгәндә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы һуңғы арала тау һауаһы аппаратын һатып алған. Ундай аппарат республикала 2-әү генә булһа, тотош ил буйынса 7 шифаханала ғына бар. Ул үпкә, тын юлдары сирҙәре менән яфаланғандарҙы дауалағанда бик кәрәкле. Күп кенә ата-әсәләр балаларының иммунитеты нығынһын өсөн ошо процедураға йөрөтә. Шулай уҡ тоҙ шахтаһы ла тын юлдарын дауалай, киңәйтә. Тоҙ шахтаһынан сыҡҡас урында аяҡҡа массаж яһау ҡоролмалары, нуга-бест ҡуйылған, ошонда уҡ балалар майҙансығы булыуы ла уңайлы. Кедр мискәһен дә былтыр декабрҙә урынлаштырғандар. Озон, пресс терапияһы ла дауалауҙың яңы йүнәлештәре. Шулай уҡ бында умыртҡа һөйәге менән яфаланыусыларҙы ла дауалайҙар. Йәғни, умыртҡа һөйәген турайтыу мөмкинлеге биргән махсус ҡоролма бар. Ҡойо менән төрөнөп ятыу ҙа файҙаға. Махсус ҡойоно Екатеринбург яғынан ташыйҙар. Парафин һалдырып та һаулыҡты нығытырға мөмкин. Физдауаланыу кабинетынан кеше өҙөлмәй, сөнки ҡала дауаханаһында хәҙер ундай бүлек юҡ. Шуға ла магнит терапияһы, УВЧ, элетрофорез менән дауаланырға теләүселәр бында йөрөп бағына.
—Беҙҙә үҙ эшен яратҡан табиптар, шәфҡәт туташтары, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һәр береһе эшен яҡшы белә һәм ял итеүселәр ҡәнәғәт ҡалһын өсөн бар тырышлығын һала. Табип-терапевт, невролог, кардиолог ҡабул итә, ультратауыш ярҙамында тикшеренеү үтергә мөмкин. Невролог Карниевич Ләйсән Наил ҡыҙы рефлексотерапия уҙғара, 3 массажсы эшләй. Адаптив физкультура буйынса инструктор Виолетта Рассадникова үҙенә йөрөүселәрҙән башта күнекмәләр яһатып тәндәрен яҙып, ҡыҙҙырып ала һәм бассейнға алып бара,—тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы шифахананың баш шәфҡәт туташы Нәсимә Ишем ҡыҙы Иҙелбаева.
Ысынлап та, бындағы мөхит, хеҙмәткәрҙәр тәнде лә, йәнде лә дауалауын күрҙек.