Башҡортостан—«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты маҡсаттарына өлгәшеү буйынса лидер.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, 2024 йылда төбәктә 135 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулатория булдырылған, 206 берәмек автотранспорт һәм 8 меңдән ашыу медицина аппараты һатып алынған. Был—һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу осоронда рекордлы күрһәткестәр.
Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау йүнәлешенә иғтибарлы. Ул уҙған йыл сираттағы бер кәңәшмәлә иҫке медицина пункттары булмаҫҡа тейеш, тип белдергәйне. Ысынлап та, йылдан-йыл яңы ФАП-тар һаны арта.
Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында уҙған йыл яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылғайны. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән учреждениеға «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса Азалия Әхмәтйәнова эшкә ҡайтҡайны. Бөгөн Азалия Әҙеһәм ҡыҙы ауылдаштарының ихтирамын тойоп, үҙ һөнәрен яратып башҡара.
—Ауылыбыҙҙа эшләп килгән медицина пункты авария хәлендә булыу сәбәпле ябылғайны. Шуға ла беҙгә күрше Ярат ауылына йөрөргә тура килде. Ә был йәш балалы әсәйҙәргә, ололарға ҙур ғына мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Ғүмәрҙә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылғас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Азалия Әҙеһәм ҡыҙынан уңдыҡ. Йәш кенә булһа ла үҙ эшенә яуаплы ҡарай, ҡулы ла, һүҙе лә йомшаҡ. Уның йылмайыуы ғына ла беҙгә дауа,—ти Ғүмәр ауылынан Миңзәлә Үҙәнбаева.—Үҙем балалар баҡсаһында эшләйем. Шуға Азалия Әҙеһәм ҡыҙын йыш ҡына баҡсаға саҡырабыҙ. Балаларҙың һаулығын күҙәтә, уларға кәңәштәр бирә.
Бөгөн Ғүмәр ауылында 228 кеше йәшәй, шуның 53-ө—балалар. 123 ир-егет, 105 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 2024 йылда ауылда бер малай тыуһа, 2025 йылда игеҙәктәр—малай һәм ҡыҙ донъяға килгән.
Ауылда яңы ФАП асылғандан бөгөнгәсә 700-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
—Фельдшер акушерлыҡ-пунктында ярайһы уҡ шарттар булдырылған. Диспансеризацияның 1-се этабын ойошторам, анализдар алам, ЭКГ аппараты тикшереүе үткәрәм. Рецептһыҙ дарыуҙарҙы яҙам. Әле Ярат фельдшеры декрет ялында, шуға яраттарҙы ла ҡабул итәм,—ти Азалия Әҙеһәм ҡыҙы.
Әйткәндәй, 2019 йылдан Баймаҡ районында 10 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, уларҙың һигеҙе—модулле. Быйыл Юлыҡ ауылында дөйөм практика табибы офисы һәм Мерәҫ ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ.