+24 °С
Ямғыр
Йәнә батша игеҙәктәре тыуған!
Урал аръяғында быйыл тәүге «батша игеҙәктәре» тыуған. Был хаҡта Сибайҙың үҙәк ҡала дауаханаһынан хәбәр иттеләр. Әйткәндәй, сабыйҙар тыуған Сибай перинаталь үҙәгендә "Демография", "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекттарына ярашлы капиталь ремонт эштәре дауам итә. Былтыр үҙәктең беренсе ҡатында урынлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы өр-яңы төҫ алған.
Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан 23 йәшлек Айгизә Юлыеваның улы һәм ҡыҙы донъяға килгән. Бәләкәстәрҙе өйҙә Ғәзиз ағаһы менән Айгүзәл апаһы көтә.
Йәш әсәне һәм уның тормош иптәшен ихлас ҡотлайбыҙ! Сабыйҙар һау-сәләмәт, бәхетле, ата-инәле булып үҫһен!