Табиптар шулай уҡ "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә дөйөм диспансеризация уҙыу кәрәклеген дә иҫкәртә.
2025 йылда уны 2007, 2004, 2001, 1998, 1995, 1992, 1989, 1986 йылдарҙа тыуған кешеләр һәм 40 йәштән уҙғандар үтә.
Уның маҡсаты--халыҡтың һаулығын тикшереп, ауырыуҙар асыҡлана ҡалһа, ваҡытында дауалау. Сирҙе иртә билдәләгәндә, кешене һауыҡтырыу ҙа еңелерәк бит. Сөнки күп ауырыуҙар бик оҙаҡ бер нисек тә һиҙелмәйенсә тамыр йәйергә мөмкин. Улар тап диспансеризацияла тикшерелгәндә беленә лә инде.
Һәр кемгә үҙ поликлиникаһында өс йыл һайын ошолай бушлай ҡаралып тороу фарыз. Поликлиникаға килгәс, кеше үҙ йәшенә тура килгән маршрут картаһы буйынса ҡандың дөйөм һәм клиник анализдарын, бәүел анализы тапшыра, флюорография, ЭКГ, ультратауыш тикшереүе үтә. Терапевт, һөҙөмтәләрҙе барлап, хәүефләнергә нигеҙ булыу-булмауын баһалай, кәңәштәр бирә, кәрәк икән, дауаһын тәғәйенләй. Һөҙөмтәләрҙә берәй тайпылыш булып, шик тыуһа, артабан махсус белгестәр йәлеп ителеп, тәрәнерәк тикшереүҙәр уҙғарыла.
Диспансеризацияға яман шеш ауырыуҙарын иртә асыҡлаусы саралар, мәҫәлән, аналыҡ муйынтығы рагын билдәләүсе цитологик тикшереү инеүе айырыуса әһәмиәтле.
Диспансеризация үтеү өсөн ҡала поликлиникаһының 2-се ҡаттағы профилактикалау бүлегенә (Чайковский урамы, 24) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Эш көндәрендә 08.00-16.30 сәғәттәрҙә, шаршамбы 08.00-20.00 сәғәттәрҙә, һәр айҙың өсөнсө шәмбеһендә 08.00-16.00 сәғәттәрҙә диспансеризация үтергә мөмкин.