Студент саҡта танышып, ҡауышып, тормош йөгөн төптән егелеп алға тартҡан, райондың үҫешенә төрлө яҡлап тос өлөш инедргән был ғаиләне Хәйбулла халҡы яҡшы белә. Ҡыҙрасовтар – Алик һәм Гүзәл Сибай медицина училищеһын тамамлағандан алып инде хәҙер 37 йылға яҡын Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында эшләй. Уларҙың икеһенең дә хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Ғаилә башлығы – Алик Ҡыҙрасов—массажист. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы маҡтаулы исемен йөрөтә. Гүзәл иһә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар баш шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Намыҫлы хеҙмәте ошо көндәрҙә юғары баһаланды—уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре маҡтаулы исеме бирелгән.
Гүзәл Урал ҡыҙы Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар баш шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Ҡыҙрасовтар район үҙәгендә ҙур итеп йорт һалып, күптәргә өлгө булып донъя көтә. Улдары Линар һәм Артурға матур тәрбиә һәм белем биргәндәр. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, студент саҡтарында уҡ ғаиләләренә йәм өҫтәп тыуған малайҙары Линар Алик улы Ҡыҙрасов та Башҡоротстан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Бер нисә йыл Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлеген етәкләне. Бөрйән районыны дауаханаһында баш табип булып булды. Әлеге көндә Линар Магнитогорск ҡалаһының дауаханаларының береһендә хирург-флеболог булып эшләй. Лазер хирургы, травматолог-ортопед.
Уның кәләше лә табип. Улар бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Артурҙары Өфөлә йәшәй, энергетика өлкәһе белгесе. Улар ҙа кәләше менән ҡыҙ һәм малайға ғүмер бүләк иткән.