Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Декабрь , 17:50

Хөрмә

Күңелегеҙ төшөнкө булһа, көн дә кис хөрмә ашарға тырышығыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фркутоза нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй, йәшәүгә дәрт бирә.

Хөрмә
Хөрмә

Был емеш тәмле лә, файҙалы ла. Составында С, РР, Е, А витаминдары, кальций, калий, тимер, фосфор, марганец, магний, йод, баҡыр кеүек микроэлементтар бар. Улар авитаминоздан, гемоглобин түбән булғанда файҙалы.

Калий, магний, каротин, тимер, натрий, фруктоза, глюкоза, А, С, Р витаминдарына мул хөрмә нервы күҙәнәктәрен, ҡан тамырҙарын нығыта, аш һеңдереүҙе яҡшырта, бөйөргә таш ултырыуын тотҡарлай, кәйефте лә күтәрә. Йодҡа байлығы уны ҡалҡан биҙе өсөн файҙалы итә, ә антиоксиданттар буйынса ул йәшел сәйҙән һис тә ҡалышмай.

Хөрмәлә кислоталар әҙ һәм шуға ла уны ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр, бауыр ауырыуҙары ваҡытында ҡурҡмайынса ашарға була. Кардиологтар ҙа был емеш менән һыйланырға ҡуша. Ул йөрәк насар эшләгәндә организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға булышлыҡ итә, атеросклерозға ҡаршы профилактика сараһы булып тора. Нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, уның эшмәкәрлеген яҡшырта.

Хөрмәлә бета-каротин күп. Ул ҡартайыуҙы тотҡарлай һәм күҙҙәр өсөн үтә ныҡ файҙалы. Көн дә ошо емеште ашағандарға пневмония менән бронхит менән сирләү хәүефе янамай. Хөрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәре йөрәк, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡан тамырҙары тарайыуҙан, ҡан баҫымы юғарылығынан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар өсөн бик файҙалы емеш. Янған һәм ҡырҡылған урынға хөрмә иҙмәһен ҡаплаһаң, яралар тиҙерәк уңала. Хөрмәләге магний бөйөрҙәге тоҙҙарҙы сығара һәм уның эшмәкәрлеген яҡшырта. Хөрмәләге булған тимер, микроэлементтар ярҙамында анемиянан ҡотолорға мөмкин. Ул шулай уҡ А һәм С витаминдарына бай.

Һыуыҡ үткәндә, грипп менән сирләгәндә, тамаҡ ауыртҡанда 1 хөрмә һутына 100 г йылы һыу һалып, бер нисә көн эскәндә, тамаҡты сайҡатҡанда һауығыу процесы тиҙерәк булыр. Депрессия ваҡытында көн дә кис хөрмә ашарға тырышығыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фркутоза нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй, йәшәүгә дәрт бирә.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим аминокислоталарҙың береһе триптофан—тән күҙәнәктәренең ҡартайыуына ҡаршы тора. Шулай уҡ, баш мейенең һәйбәт эшләүе, психиканы нормаль хәлдә тотоу өсөн кәрәк. Был емеште яратҡан кешеләрҙең тештәре һәм теш ҡаҙналары ныҡ була.

Хөрмәне, башҡа киптерелгән емештәр кеүек, күкерт кислотаһы менән эшкәртмәйҙәр. Шуға уны ҡурҡмайса рәхәтләнеп ашай алаһығыҙ. Көндәлек рационына был татлыҡайҙы керткәндәр бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Ул токсин һәм шлактарҙы сығара, имунитетты күтәрә, хәтерҙе яҡшырта.

Хөрмәнең составында күкрәк һөтөн арттырыусы окситоцин матдәһе бар. Бала ашатыусы әсәләр быны ла иҫтә тотороға тейеш.

 

 

 

Табип менән кәңәшләшергә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: