Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Август 2024, 16:40

Бала табыу йорто ремонтлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль йүнәлешкә бик ҙур иғтибар бүлә, айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән һанала.– Беҙҙең алдыбыҙға ҙур һәм изге маҡсаттар ҡуйылған, уларҙың һәр береһен тормошҡа ашырыу өсөн ҙур аҙымдар яһайбыҙ,--тип белдерә Башлыҡ.

Бала табыу йорто ремонтлана
Бала табыу йорто ремонтлана


💚 Сибай ҡалаһының перинаталь үҙәгендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңыртыу эштәре 2019 йылда уҡ башланды. Иң беренсе нәүбәттә бинаны йылытыу, һыу тәьминәте, канализация системаһы һәм тәҙрәләр алмаштырылды, шулай уҡ йөк лифты барлыҡҡа килде. Артабан әсәләр бала тапҡандан һуң ятҡан бүлектә ремонт уҙғарылды. 2024 йыл башында бала табыу йортон яңыртыуҙың тағы бер этабы тамамланды--1-се ҡаттағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты.
Әлеге ваҡытта “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы сиктәрендә, Урал аръяғында һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү, матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында медицина учреждениеһының 2-се ҡатында капиталь ремонт бара. Ремонт эштәренә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан аҡса бүленгән.
✅-Сибай үҙәк дауаханаһы ҡала ғына түгел, тотош Урал аръяғында йәшәүселәрҙе медицина ярҙамы күрһәтә. Дауаханала сифатлы дауаланыу өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн урында перинаталь үҙәк булыу бигерәк яҡшы. Буласаҡ әсәләр тик Сибай дауаханаһында бала табырға ашҡынып тора. Һуңғы йылдарҙа перинаталь үҙәктә барған капиталь ремонт бина торошон ғына түгел, хеҙмәтләндереү сифатын да ныҡ яҡшыртты. Сөнки бында заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылды, медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ эштәрен яҡшы белеүе лә дауахананың абруйын ныҡ арттыра,— ти йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина.
 
Бала табыу йорто ремонтлана
Бала табыу йорто ремонтлана
Бала табыу йорто ремонтлана
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: