-Яурын быуындарын, тубыҡ, янбаш, табан һөйәктәрен нығытыусы тренажерҙар йәрәхәтләнгәндән һуң травматология операцияларынан, инсульттан, хирургик йоғонто яһалғанан һуң организмды тергеҙеү өсөн бик кәрәкле заманса ҡоролмалар,--ти Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Алмас Мырҙабаев.- Реабилитация—сирлеләрҙе ғәриплектән аралаған, хеҙмәткә яраҡлығын һәм үҙ-үҙен ҡарай алыу мөмкинлеген тергеҙгән медицина ярҙамының мөһим этабы. Шуға ла дауалауҙың был осоронда лайыҡлы дауаланыу үтеү аратабанғы йәшәү сифатына йоғонто яһай.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала медицина ярҙамын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
-Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаларының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу. Сибай үҙәк дауаханаһында Урал аръяғында йәшәүселәр ҙә дауалана. Шуға күрә ла етәкселәр медицина үҙәге булған беҙҙең дауаханала сирлеләрҙе бағыу, дауалау өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырыу өсөн тырыша. Әле ҡайтарылған медицина ҡорамалдары ла кешеләрҙең сәләмәтлеген тергеҙергә ярҙам итәсәк,--ти йәмәғәт фекере лидеры Роза Бикбова.