Медицина хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлек торошона зарланғандарҙы артабан белгестәргә күренеүгә йүнәтлмә бирә. Сара башланғандан алып 472 кешелә шәкәр диабеты, 144-ендә яман сир, 10-ында туберкулез барлығы асыҡланған. Был хәлдәр барыһы ла айырым күҙәтеү аҫтында тотола.
«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы Башҡортостанда 6-сы тапҡыр ойошторола. Төпкәлдә йәшәүселәргә, шул иҫәптән оло йәштәгеләргә диспансеризация үтеү өсөн район үҙәгенә барырға кәрәкмәй. Белгестәр үҙҙәре ауылдарға йөрөп, халыҡтың сәләмәтлек торошон тикшерә.
-Тикшеренеү үтмәй ҡалғандарҙы мотлаҡ табиптарға күренергә саҡырам! Сәләмәтлек поездарының август айына эш графигын һалам. Алдан яҙылырға кәрәкмәй, үҙегеҙ менән паспортығыҙ һәм мотлаҡ медицина страховкаһы (ОМС) полисын алырға онотмағыҙ, - тип белгертә үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сәләмәтлек поезы акцияһы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы ойошторола.