АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июль , 12:35

ТУҠРАНБАШ ФАЙҘАҺЫ

Туҡранбашты (клевер) тәбиғи аспирин, тиҙәр. Һыуыҡ тейгәндә. Температура юғары булғанда, бер аш ҡалағы кипкән (йә яңы йыйылған) туҡранбашҡа бер стакан эҫе һыу ҡойоп, 30-40 минут төнәтергә. Уға бер ҡалаҡ бал ҡушырға була. Эсһәгеҙ, ныҡ тирләрһегеҙ, әммә температурағыҙ төшәсәк.

ТУҠРАНБАШ ФАЙҘАҺЫ
ТУҠРАНБАШ ФАЙҘАҺЫ

Туҡранбашты (клевер) тәбиғи аспирин, тиҙәр.

  1. Һыуыҡ тейгәндә. Температура юғары булғанда, бер аш ҡалағы кипкән (йә яңы йыйылған) туҡранбашҡа бер стакан эҫе һыу ҡойоп, 30-40 минут төнәтергә. Уға бер ҡалаҡ бал ҡушырға була. Эсһәгеҙ, ныҡ тирләрһегеҙ, әммә температурағыҙ төшәсәк.
  2. Тәнегеҙгә сыбартма сыҡһа, башығыҙ ауыртһа, йә хәлһеҙлек йонсотһа туҡранбаш ваннаһы әҙерләгеҙ: 300-400 грамм үләнде ваҡлап, уны 4 сәғәт ике литрлыҡ ҡайнар һыуҙа төнәтергә. Һөҙөп алғас ваннаға ҡойоғоҙ, һыу температураһы 36-37 градус булһын. Был ваннаға көн аша 12-20 минутҡа төшөргә. Барлығы 8-10 ванна етә.
  3. Атеросклероз мәлендә (ҡан баҫымы яҡшы булһа) баш ауыртһа, ҡолаҡ шаулаһа туҡранбаштың башы (сәскә атыу осоронда йыйылғаны) 40 грамм алына, уны 500 мл араҡыла 10 тәүлек төнәтергә. Һөҙөп алғас, төшкө аш алдынан йә йоҡлар алдынан 20 мл эсергә. Дауаланыу курсы 3 ай, араһында 10 көн тәнәфес булырға тейеш. 6 айҙан ҡабатларға мөмкин.

 

ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ.

Фото интернеттан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: