АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Июнь , 11:30

Алоэ гөлө шифалы

Алоэны күп ауырыуҙы дауалауҙа ҡулланырға мөмкин. Юҡҡа ғына әсәйҙәр уны үҫтермәгән икән... Был гөлдөң шифаһы хаҡында элек-электән яҡшы белгәндәр.Ул ялҡынһыныуға һәм бактерияларға ҡар-шы тороу, туҡымаларҙы яңыртыу үҙенсәлегенә эйә, организмдың һаҡлау көсөн арттыра.

Алоэ  гөлө  шифалы
Алоэ гөлө шифалы

Алоэны күп ауырыуҙы дауалауҙа ҡулланырға мөмкин. Юҡҡа ғына әсәйҙәр уны үҫтермәгән икән... Был гөлдөң шифаһы хаҡында элек-электән яҡшы белгәндәр.
Ул ялҡынһыныуға һәм бактерияларға ҡар-шы тороу, туҡымаларҙы яңыртыу үҙенсәлегенә эйә, организмдың һаҡлау көсөн арттыра.
*Гастрит, ашҡаҙан сей яраһынан. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда алоэның яңы һығылған һутын 1-2 ҡалаҡ эсергә.
*Эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолғанда, метеоризмдан. 100 мл алоэ һутына 100 г бал ҡушып бутарға һәм көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә.
*Тымауҙан. 2-3 көн буйы һәр 2-3 сәғәт һайын танауға бишәр тамсы алоэ һуты тамыҙырға.
*Стоматиттан, пародонтоздан. Ауыҙҙы алоэ һуты менән сайҡатырға.
*Ныҡ арыуҙан, көйһөҙлөктән. Алоэ һутына лимон һуты, бал, аҡ май һәм әстерхан сәтләүеге ҡушып бутарға һәм көнөнә 2-3 тапҡыр ашарға.
*Эсте йомшартыу өсөн. 150 г кипкән алоэ япрағын ваҡлап, 300 г йылытылған балға ҡушып бутарға. Йылы туҡымаға урап, бер тәүлек тоторға һәм йәнә 70 градусҡа тиклем йылытырға. Һөҙөп алып иртәнсәк ашарҙан бер сәғәт алда ас ҡарынға 1-2 балғалаҡ ҡабырға.
*Иммунитетты нығытыу өсөн. Яңы өҙөлгән япраҡтарын ит үтәргес аша үткәрергә һәм шул уҡ күләмдә бал ҡушып бутарға. Әҙер ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ ҡабырға һәм артынан йылы һыу эсеп ҡуйырға. Дауаланыу курсы—өс аҙна. 10 көн ял иткәндән һуң, дауаланыу курсын тағы ҡабатларға.
*Янған урынға, дерматиттан, йәрәхәттәрҙән. Алоэ япрағын зыян күргән урынға ябырға һәм бинт менән нығытып ҡуйырға.
* Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн. Иртәнсәк бер ҡалаҡ алоэ һутын емеш һуттарына ҡушып эскәндә аш эшкәртеү процесының яҡшырыуын, эшкә һәләтлелегегеҙ артыуын, көс килеүен тойорһоғоҙ.
Әйткәндәй, алоэ япрағын өҙөрҙән 2-3 аҙна алда гөлгә һыу ҡойорға ярамай.


*Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор: