Һаулыҡ һаҡлау
30 Апреля 2024, 17:05

Дауахананың автопаркы яңыра

Сибай үҙәк дауаханаһының автомобиль паркы ҡала ойошмалары һәм учреждениелары араһында иң эре парктарҙан һанала. Бында 65 берәмек техника иҫәпләнә. Улар араһында тиҙ ярҙам автомобилдәре, автобустар, трактор, шулай уҡ КамАЗ автомобиле нигеҙендә күсмә рентгенография, флюорография, маммография кабинеттары бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дауахананың автопаркы яңыраДауахананың автопаркы яңыра
Дауахананың автопаркы яңыра


Ошо көндәрҙә һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына илебеҙҙә етештерелгән ике автомобиль ҡайтарылды.

Лада маркалы автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү арзан, запас частәр ҡиммәт түгел. “Сәләмәтлеккә хеҙмәт” логотибы баҫылған машиналар пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп бик уңайлы итеп эшләнгән.

Ҡаланың автопаркы “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы яңыртыла. Яңы техника медицина ярҙамының сифатын күтәрә, уңайлы һәм бөтә кеше лә ҡуллана алырлыҡ итә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас