Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Февраль , 15:05

ФИНИК ЕМЕШЕНЕҢ ФАЙҘАҺЫ ҘУР

Финик емеше организмдың төрлө сирҙәргә, инфекцияларға ҡаршы тороу һәләтен арттыра, күҙәнәктәрҙең яңырыу барышын яҡшырта, арыуҙы, асығыуҙы бөтөрә. Изге Ҡөрьәндә финик бер нисә тапҡыр телгә алынып, уның әҙәм балаһы сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһо билдәләнә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә был емешкә ҙур өҫтөнлөк биргән.

ФИНИК ЕМЕШЕНЕҢ ФАЙҘАҺЫ ҘУР
ФИНИК ЕМЕШЕНЕҢ ФАЙҘАҺЫ ҘУР

Әйҙәгеҙ, факттарға туҡталып китәйек.

  1. Йөрәкте, бөйөрҙө һәм бауырҙы нығыта.
  2. Организмдағы кислота балансын тота.
  3. Анемия һәм гипертония мәлендә файҙалы.
  4. Иммунитетты нығыта.
  5. Эсәк микрофлораһын яҡшырта.
  6. Үпкәләргә дөрөҫ эшләргә мөмкинлек бирә.
  7. Йөрәк эшмәкәрлеген көйләй.
  8. Йүтәлде йомшарта, ҡаҡырыҡты сығара.
  9. Оганизмды нығытыусы булып тора.
  10. Оҙайлы сирҙән һуң нығынырға булышлыҡ итә.
  11. Физик эштән һуң арығанлыҡты ала.
  12. Шәкәр диабеты мәлендә ҡулланырға була.
  13. Яман шеш ауырыуынан аралай.
  14. Бит нервтары ҡаҡшап, фалиж һуҡҡанда ярҙам итә.
  15. Ауырлы ҡатындарға файҙалы, бала табыуҙы еңеләйтә, йәш әсәгә һөт төшһөн өсөн бик кәрәкле емеш.
  16. Бер емештә 23 калория бар.
  17. Татлы аҙыҡты алмаштырыу һәләтенә эйә.
  18. Мейе өсөн бик файҙалы.
  19. Кеше оҙайлы ваҡытта тик уның менән генә туҡланып та организмы өсөн бар файҙалы матдәләрҙе алырға мөмкин.
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: