Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Февраль , 10:30

ҺАУЛЫҠ ҺУҠМАҒЫ

Әбештәрҙең Һаҡмар йылғаһы буйындағы юлдары "Һаулыҡ һуҡмағы" исемен алған...

ҺАУЛЫҠ ҺУҠМАҒЫ
ҺАУЛЫҠ ҺУҠМАҒЫ

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:

Оло Әбеш ауылының Һаҡмар йылғаһы буйлап урман аша ”Һаулыҡ һуҡмағы” үтә. Урман саф һауа яратыусыларҙың яратҡан урыны. Олоһо ла, кесеһе лә ҡыш көндәрендә бында саңғыла шыуһа, йәй көнө скандинав таяҡтары менән йәйәү йөрөйҙәр, велосипедта уҙышалар. Әлеге көндә уҡыусылар тауышынан яңғырап тора урман - берәүҙәр ҡоштарға ем ашатһа, икенселәр саңғыла елдерә. Әйткәндәй, ауылдың белем усағының төп йүнәлештәренең береһе булып саңғы спортын үҫтереү тора. Әбештәр элек-электән үҙенең көслө саңғысылары менән дан тота. Физик культура уҡытыусыһы Раил Фәрих улы әйтеүенсә саңғыға һөйөү быуындан быуынға тапшырылып килгән йола. Тимәк, саңғы өлкәһендә ҙур уңыштар ҡаҙанған саңғы һөйөүсе спортсыларға яңы алмаш үҫә.

Автор:Резеда Валиева