Һәр кеше беренсе медицина ярҙамы күрһәтә белергә тейеш. Һөнәри бурыстары буйынса медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар бәләгә тарыусыларға тәүге ярҙам күрһәтә белә. Әммә юл-транспот фажиғәһе, башҡа төрлө бәлә-ҡаза булған ерҙә гел генә улар була алмай.
Сибай үҙәк дауаханаһында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы симуляция кабинеты эшләй башланы. Унда хеҙмәткәрҙәргә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтәләр. Бүлеккә баш ҡаланан БДМУ-ның тиҙ ярҙам һәм медицина катастрофаһы кафедраһы мөдире, профессор Марат Ҡунафин килеп, медицина хеҙмәткәрҙәренә оҫталыҡ класы уҙғарҙы.
Беренсе ярҙам күрһәтеү кабинеты тейешле ҡоролмалар менән тулыһынса йыһазландырылған. Иң беренсе сиратта махсус манекен алынған. Шартлы рәүештә, уға Максим тип исем ҡушылған, һәм ул Сибай дауаханаһы белгестәренә кәрәкле белем туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Моделдең торошо кешенең тәненә ныҡ оҡшаш, был беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнеүселәргә бик уңайлы.
Симуляция кабинетында шөғөлләнергә теләүселәрҙең эш графигы төҙөлгән. Уға ярашлы 5-7 кешенән торған төркөм беренсе ярҙам күрһәтеү серҙәренә төшөнә. Курс 3 көн дауам итә. Унда медицина белеме булмағандар ҙа шөғөлләнә ала. Кәрәкле белем, тәжрибә туплағандар ниндәй хәлдә лә юғалып ҡалмай, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға үҙ өлөшөн индерә аласаҡ.