-4 °С
Болотло
Йүтәлгә ҡаршы күп йылдар прополислы май әҙерләйем. Аҡ майға прополисты ваҡлап һалып иретәм. Прополис тулыһынса иреп бөтмәҫкә лә мөмкин, ҡурҡыныс түгел.
Һыуынғас әҙерәк кенә бал өҫтәп, барыһын бергә болғатам. Грамлап һанап эшләгәнем юҡ, барыһы ла яҡынса ғына. Нисек булһа ла һәйбәт. Йүтәл башланһа, бер аҙ ғына ҡабып ҡуяһаң ярҙам итә. Боҙолмай ҙа. Һыуытҡыста һаҡлайым.
Тәмгә ныҡ тәмле. Ейәндәрем дә ярата, “волшебный май” тиҙәр.
Балға аллергия булһа һаҡ булығыҙ.
Табип менән кәңәшләшергә.